ГРИГОРИЙ (донъяуи исеме Козлов Владимир Сергеевич; 20.3.1883, Мәскәү – 29.11.1937, Өфө), дин әһеле, Өфө архиепискобы (1936—37). Архиепископ (1937). Монахлыҡ ҡабул иткән (1922). Император Мәскәү ун‑тын тамамлағандан һуң (1909) Бөтә изгеләр ижт. гимназияһы (Мәскәү) мөдире, 1914 й. алып 2‑се ир балалар гимназияһы (Кострома ҡ.) уҡытыусыһы. 1919 й. башлап Кострома сиркәүҙәрендә рухани. 1922 й. алып Кострома, 1926 й. — Түбәнге Новгород епархияларында викар епископ. Митрополит Сергий (Страгородский) яҡлы була. Бер нисә тапҡыр ҡулға алына, Бутырский төрмәһендә (1926 й. дек. алып), махсус тәғәйенләнешле Соловки лагерында (1927 й. алып) ултыра, Нарым крайында (1929 й. алып) һәм Орёл ҡ. (1932—35) һөргөндә була. Өфө епархияһы етәксеһе вазифаһында православие ҡорамдарын ябыуға ҡаршы тора. Репрессиялана (1937), атыла. 1960 й. аҡлана.

Н.П.Зимина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика