ҒИЛМИ ЙӘМҒИӘТТӘР, фәнни тикшеренеүҙәр алып барыусы белгестәрҙең ирекле берекмәләре. Фәнни мәғлүмәттәр м‑н алмашыу, тикшеренеүҙәрҙе яраштырыу, фәнни белемде таратыу һ.б. маҡсатта ойошторолалар. Ғ.й. юғары органы — съезд (йыйылыш), съездар араһында етәкселек итеүсе — 2—5 йылға һайлана торған совет (бюро). Эш формалары: фәнни- ғәмәли конференциялар, конкурстар, күргәҙмәләр үткәреү; лекциялар уҡыу һ.б. Башҡортостанда тәүге Ғ.й. 19 б. 2‑се ярт. барлыҡҡа килә: Рус география йәмғиәтенең Ырымбур бүлеге, Өфө табиптар йәмғиәте (ҡара: Медицина ғилми йәмғиәттәре), Ырымбур ғилми архив комиссияһы. 20 б. башында Урындағы төбәкте өйрәнеү йәмғиәте (1908; етәксеһе В.И.Филоненко), Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте, Истпарттың Башҡортостан бүлексәһе, Табиптарҙың ғилми йәмғиәте (1923), Тәбиғәт һәм тарих белемен таратыу б‑са Рәсәй йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе (1924) ойошторола. БР‑ҙа Бөтә Рәсәй Ғ.й. 10‑дан ашыу төбәк бүлексәһе эшләй (2011), улар араһында:

В.В.Докучаев ис. тупраҡты өйрәнеүселәр йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе, 1957 й. Өфөлә ойошторола (Биология институтында урынлашҡан). Бүлексә составында — 20 ағза. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: тупраҡ ғилемен, игенселекте һәм агрохимияны үҫтереү, һөҙөмтәле файҙаланыу һәм һаҡлау маҡсатында респ. тупраҡ ресурстарын өйрәнеү һ.б. 50‑нән ашыу монография, мәҡәләләр йыйынтығы нәшер ителгән. Рәйестәре: С.Н. Тайсинов (1957 й. алып), Ф.Х.Хәзиев (1977 й. алып).

Бөтә Рәсәй ветеринария патологоанатомдары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе, 1960 й. Өфөлә ойошторола (Аграр университет). Бүлексә составында — 35 ағза. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: хайуандарҙың патологик анатомияһы өлкәһендә ғилми‑тикшеренеү һәм уҡытыу‑методик эште камиллаштырыу, хайуандарҙың һәм кешенең сағыштырма патологияһын тикшереүҙе киңәйтеү, хайуандарҙың ауырыуҙарын диагностикалау һәм ветеринария хеҙмәтенә методик ярҙам күрһәтеү, БДАУ- ҙа Хайуандарҙың патологик анатомияһы музейы коллекцияһын булдырыу һәм тулыландырыу һ.б. 120‑гә яҡын фәнни хеҙмәт нәшер ителгән. Рәйестәре: Л.Н.Судзиловский (1960 й. алып), У.Ғ.Ҡадиров (1971 й. алып), Е.Н.Сковородин (2001 й. алып).

РФ Педагогия йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе, 1961 й. Өфөлә ойошторола (Педагогия университеты). Бүлексә составында — 20 меңдән ашыу ағза. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: педагогика проблемалары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр ойоштороу; педагогтарҙың, пед. коллективтарҙың инновацион тәжрибәһен өйрәнеү, дөйөмләштереү һәм таратыу; мәғарифты яңыртыу шарттарында дөйөм белем биреү программаларын эшләү һәм тормошҡа ашырыу һ.б. 2 меңдән ашыу фәнни хеҙмәт нәшер ителгән. Рәйестәре: С.Р.Әлибаев (1961 й. алып), С.Ш. Йыһаншин (1966 й. алып), Р.М.Арыҫланов (1967 й. алып), М.М.Ҡужаҡов (1970 й. алып), Р.В.Әлмөхәмәтов (1971 й. алып), К.Ш.Әхиәров (1976 й. алып).

РФА Рус ботаника йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе, 1964 й. Өфөлә ойошторола (Башҡорт дәүләт университеты). Бүлексә составында — 50‑нән ашыу ағза. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: һирәк һәм файҙалы үҫемлек төрҙәренең популяциялар биологияһы, морфологияһы, экологияһы, фитоценология, флористика һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау өлкәләрендә тикшеренеүҙәр, махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләрен булдырыу һ.б. 5 меңдән ашыу фәнни хеҙмәт нәшер ителгән. Рәйестәре: Г.В.Заблуда (1964 й. алып), Р.Ғ.Миңлебаев (1970 й. алып), А.Р.Ишбирҙин (2009 й. алып).

Рәсәй минералогия йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе, 1969 й. Өфөлә ойошторола (Геология институты). Бүлексә составында — 36 ағза. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: геология‑разведка ойошмалары м‑н хеҙмәттәшлек итеү; минералогияны, минераль сеймалдың петрографияһын һәм геохимияһын өйрәнеү; Геология һәм файҙалы ҡаҙылмалар музейы һәм мәктәптәрҙәге геол.‑минералогия йүнәлешле музейҙарҙың коллекцияларын булдырыу һәм тулыландырыу һ.б. 9 фәнни йыйынтыҡ нәшер ителгән. Рәйестәре: А.А.Малахов (1969 й. алып), Г.Н.Пшеничный (1978 й. алып), Д.Е.Савельев (2003 й. алып), С.Г.Ковалёв (2008 й. алып).

РФА эргәһендәге академик К.И. Скрябин ис. Бөтә Рәсәй гельминтологтар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе, 1972 й. Өфөлә ойошторола (БДАУ). Бүлексә составында — 24 ағза. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: гельминтология ҡаҙаныштарын ҡулланыуға индереү; кеше, а.х. малдары һәм культуралары, ҡырағай хайуандар гельминтоздарының таралыуын өйрәнеү; гельминтоздарҙы иҫкәртеү һәм бөтөрөү сараларын эшләү; ветеринария, медицина учреждениеларына, агрономия хеҙмәттәренә методик ярҙам күрһәтеү һ.б. 1 меңдән ашыу фәнни хеҙмәт нәшер ителгән, уйлап табыуҙарға 10 патент алынған. Рәйестәре: Х.В.Әйүпов (1972 й. алып), Ғ.З.Хәзиев (1987 й. алып), Р.Ғ.Фазлыев (2009 й. алып).

РФА эргәһендәге Вавилов генетиктар һәм селекционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе, 1974 й. Өфөлә ойошторола (РФА Өфө ФҮ- нең Биология ин‑ты). Бүлексә составында — 100‑гә яҡын ағза. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: генетика, селекция өлкәһендә тикшеренеүҙәр һ.б. 5 меңгә яҡын фәнни хеҙмәт нәшер ителгән. Рәйестәре: В.Х.Хангилдин (1974 й. алып), Р.Н.Чураев (1995 й. алып).

Рәсәйҙең Ирекле иҡтисади йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе, 1982 й. Өфөлә ойошторола (Иҡтисад һәм сервис университеты). Бүлексә составында — 92 ағза. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: БР-ҙың һәм РФ‑тың төрлө ойошмалары һәм иҡтисадсылары араһында бәйләнеште үҫтереү, респ. иҡтисадын үҫтереүгә һәм нығытыуға йүнәлтелгән тикшеренеү һөҙөмтәләрен ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итеү һ.б. 3 меңгә яҡын фәнни хеҙмәт нәшер ителгән. Рәйестәре: Ә.Х.Мәхмүтов (1982 й. алып), А.Н.Дегтярёв (2005 й. алып).

РФА эргәһендәге Рәсәй үҫемлектәре физиологтары йәмғиәтенең Өфө бүлексәһе, 1991 й. ойошторола (Биохимия һәм генетика институты). Бүлексә составында — 80 ағза. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: үҫемлектәр физиологияһы, биохимияһы һәм молекуляр биологияһы, биологияның ҡатнаш йүнәлештәре өлкәһендә тикшеренеүҙәр; уҡыу йорттарына ғилми‑методик ярҙам күрһәтеү һ.б. 3 меңдән ашыу фәнни хеҙмәт нәшер ителгән. Рәйестәре: Г.Р.Ҡоҙаярова (1991 й. алып), И.Й.Усманов (1999 й. алып), Ф.М.Шакирова (2007 й. алып).

Рәсәй гуманистик йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе, 2000 й. Өфөлә ойошторола (М.Аҡмулла ис. БДПУ). Бүлексә составында — 28 ағза. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: гуманизм идеяларын эшләү; дөрөҫлөккә тап килеү‑килмәүен асыҡлау маҡсатында паранормаль, серле һәм мистик күренештәр т‑дағы белдереүҙәргә экспертиза үткәреү; донъяға гуманистик ҡараш, фекер йөрөтөү стилен һәм психологияһын тыуҙырыу, толерант аң булдырыу һәм мәғариф саралары ярҙамында экстремизмдың төрлө төрҙәрен иҫкәртеү б‑са тәрбиәүи программалар төҙөү; соц. мөнәсәбәттәрҙе гуманлаштырыу м‑н шөғөлләнеүсе йәмәғәт ойошмалары һәм дәүләт учреждениелары м‑н хеҙмәттәшлек итеү һ.б. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт нәшер ителгән. Рәйесе: В.С.Хәзиев (2000 й. алып).

Рәсәй мәғарифы психологтары федерацияһының БРҙағы төбәк бүлексәһе, 2003 й. Өфөлә ойошторола (М.Аҡмулла ис. БДПУ). Туймазы ҡ. урындағы бүлексәһе бар. Бүлексә составында — 34 ағза. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: халыҡтың психологик мәҙәниәтен күтәреү, белем биреү учреждениеларында һәм пр‑тиеларҙа психология хеҙмәттәре булдырыу, психологик экспертиза үткәреү, мәғариф психологтарының берҙәм мәғлүмәт мөхитен ойоштороуға булышлыҡ итеү һ.б. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт нәшер ителгән. Рәйесе: Р.М. Фәтихова (2003 й. алып). Шулай уҡ ҡара: Ғилмитехник йәмғиәттәр, Химиктар союзы, Философия йәмғиәте

 Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика