ГОРБУШИНА Светлана Николаевна (13.11.1952, Өфө), педагог. Биол. ф. канд. (1981), пед. фәндәре д‑ры (2008). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) “Иммунопрепарат” ҒПБ‑нда, 1991 й. алып Өфөнөң 2‑се балалар поликлиникаһында эшләй. 1994 й. башлап БДПУ‑ла, 2008 й. — ӨДАТУ‑ла. Фәнни хеҙмәттәре йәшәйеш хәүефһеҙлеге, белем биреү өлкәһендә һаулыҡ һаҡлау һәм сифатты тикшереү, иммуно‑ һәм вакцинопрофилактика проблемаларына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Мировоззренческие детерминанты здорового образа жизни в системе профессиональной подготовки будущего учителя. М., 2004; Педагогическая профилактика табакокурения среди девушек-учащихся в системе начального профессионального образования. Уфа, 2008.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика