ГОЛОВНЁВА Елена Вениаминовна (17.7.1961, Стәрлетамаҡ ҡ.), педагог. Пед. ф. д‑ры (2005), проф. (2008). РФ‑тың юғары проф. белем биреүҙең почётлы хеҙм‑ре (2007). Силәбе пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1983) 15-се ПТУ‑ла (Стәрлетамаҡ) эшләй, 1985 й. алып БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында уҡыта (2011 й. башлап башланғыс белем биреү пед. каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре юғары белемле белгестәрҙе һөнәре б-са үҫтереү процестарын яҡшыртыу, кесе йәштәге уҡыусыларҙы тәрбиәләү һәм уҡытыу проблемаларына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Основы формирования потребности профессионального самосовершенствования будущих учителей начальных классов (организационно-методический аспект). М., 2003; Оптимизация процесса формирования личности студента в системе профессиональной подготовки учителя. Стерлитамак, 2010.  

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика