ГНОСЕОЛОГИЯ (гр. gnosis — танып белеү һәм ...логия), танып белеү теорияһы, философияның танып белеү мөмкинлектәрен, сығанаҡтарын, формаларын һәм ысулдарын, уның дөрөҫ һәм ысын булыу шарттарын өйрәнә торған бүлеге. Г. сигендә эпистемология — фәнни танып белеү т‑дағы тәғлимәт айырыла. Г. онтология, эстетика, этика һ.б. м‑н бәйле.

Башҡортостанда Г. өлкәһендәге тикшеренеүҙәр м‑н В.Н.Бондаренко (марксизмдың гносеологик концепцияһы), У.С.Вилданов (трансценденталь субъективлыҡтың гносеологик анализы), Б.С.Ғәлимов (донъяның фәнни картинаһы), А.Ф.Кудряшёв (фәнни белемде нигеҙләү), М.С.Ҡунафин (объективлыҡ принцибының үҫеше), Д.Ә.Нуриев (“материя” категорияһын гносеологик һәм методологик нигеҙләү), Р.Й.Рәхмәтуллин (фәнни танып белеүҙең методологик проблемалары), Ф.С.Фәйзуллин (ҡиммәттәрҙең гносеологик анализы), В.С.Хәзиев (онтологик хәҡиҡәт), М.Т.Шафиҡов (фәнни-белем биреү потенциалын тикшереү методологияһы) һ.б. шөғөлләнә.

Р.Р.Вәхитов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика