ИШАН (фарс. улар), мосолман илдәрендә, ш. уҡ Рәсәйҙә ислам таралған төбәктәрҙә суфый остазының юғары дәрәжәһе (ҡара: Суфыйсылыҡ). И. дәрәжәһен бөтә тәриҡәт башлығы, уға нигеҙ һалыусының эшен дауам иткән йәки өлкән вариҫы, тәриҡәттең теге йәки был төбәктәге башлығы йәки уның вәкиле, айырым община башлығы ала алған. Рәсәйҙең мосолман халыҡтары тарихында Бикташиә, Нәҡшбәндиә, Йәсәүиә тәриҡәттәре мөһим урын биләгән, Башҡортостанда уларҙың тәғлимәтен 15 б. алып дәрүиштәр һәм И. әүҙем таратҡан, башҡ. мөхитендә улар ислам белгестәре тип һаналған. Ырымбур мосолман диниә назараты Указы б‑са И. мулла итеп (указлы муллалар) тәғәйенләнгән. Уларҙың, нигеҙҙә, башҡорттарҙың ырыу‑ҡәбилә ҡоролошона ярашлы, үҙ мәхәлләләрендә мөриттәре (шәкерт) булған. И. м‑н мөриттәр араһында рухи берҙәмлек тыуған һәм был уларҙың тоҡомдарына ла күскән. Остаздың (мөршит) йылы мөнәсәбәтенән яҙыу мөрит тарафынан исламдан айырылыу итеп ҡабул ителгән. И. дәрәжәһе нәҫелдән-нәҫелгә лә тапшырыла алған. Волга буйы, Урал һәм Себер муллаларының күпселегенә йоғонто яһаған айырыуса билдәле И. нәҫелдәре башлыҡтары — Ғ.Ғ.Ҡорбанғәлиев, Н.Б.Туҡаев (ҡара: Туҡаевтар), Ғ.Әбделмаликов һ.б. Нәҡшбәндиә тәриҡәтенә ҡараған И. З.Х.Рәсүлев бөтә мосолман донъяһына билдәле була. Күп башҡ. И. ауырыуҙан һауыҡтырыу һәләтенә эйә була, әүлиә тип таныла.

М.Ғ.Вәлиева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.