АДЕЕВ Зиф Хәбиб улы (5.6.1932, Өфө — 10.12.1995, шунда уҡ), тренер. Конькиҙа шыуыу спорты б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1978) һәм бөтә Союз категориялы судья (1978). БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1976), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1976). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған (1956). “Медик” спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Б.К.Леманов). 1959 й. алып “Локомотив” ДСО‑һы, 1961 й. — Салауат Юлаев ис. спорт клубы тренеры, 1963 й. — “Хеҙмәт” ДСО‑һының Башҡ‑н өлкә советы ДЮСШ, 1971 й. — 1‑се СДЮШОР, 1970—86 йй. БАССР йыйылма командаһының өлкән тренеры, 1971—83 йй. РСФСР үҫмерҙәр йыйылма командаһы, 1978—83 йй. СССР йәштәр йыйылма командаһы тренеры, 1983—90 йй. БАССР үҫмерҙәр эксперименталь йыйылма командаһының өлкән тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында М.Б.Авдеев, Г.В.Блинкова, Ф.К.Ғиззәтуллин, ш. уҡ 15‑тән ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры. 1996 й. алып Өфөлә йыл һайын А. иҫтәлегенә респ. ярыштары үткәрелә.

Р.Ә.Әйүпов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.