• Печать

ҒИЛӘЖЕТДИНОВ Йәүҙәт Мәхмүт улы [15.4.1930, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Арыҫлан а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 30.8.2011, Өфө], философ, социолог. Филос. ф. д‑ры (1975), проф. (1976). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1980). Урта Азия ун‑тын тамамлағандан һуң (Ташкент, 1952) Ташкент ирригация һәм а.х. механизациялау инженерҙары ин‑тында эшләй. 1968 й. алып ӨАИ‑ла уҡыта, 1977 й. — БДПИ‑ның фәнни коммунизм каф. мөдире. 1988 й. алып БДУ‑ла: 1990 й. — иҡт. һәм хеҙмәт соц. каф. мөдире, 1991 й. — социология, 2000—06 йй. — ғәмәли һәм тармаҡ социология каф. мөдире; бер үк ваҡытта 1998 й. —  Соц.‑иҡт. тикшеренеүҙәр ин‑тында социология бүлеге мөдире, 2004—07 йй. БР ФА‑ның Соц. һәм сәйәси тикшеренеүҙәр үҙәгендә төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни тикшеренеүҙәре этносоциология, мәҙәниәт социологияһы, милли һәм милләт-ара мөнәсәбәт мәсьәләләренә, РФ-та соц. дәүләт формалашыу үҙенсәлектәренә арналған. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Рәсәй социологтар йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе (1992—2006), Рәсәй социол. ассоциацияһының респ. бүлексәһе (2003—05) рәйесе. Башҡортостан комсомолы пр. лауреаты (1983).

Хеҙм.: Национальные и межнациональные проблемы на современном этапе. Свердловск, 1991 (авторҙ.); Социальные последствия реформ в Башкортостане. Уфа, 2000 (авторҙ.).

Ғ.Ғ.Сәлихов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке