ИСМӘҒИЛЕВ Ғәләү Сиражетдин улы [3.7.1918, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Балыҡлыкүл а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны) — 16.3.1995, Өфө], философ. Филос. ф. канд. (1955). БАССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1977). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ашхабад пед. ин‑тын тамамлаған (1939). 1942 й. алып ВКП(б)‑ның Ауырғазы район ком‑тында, 1944—50 йй. Башҡ‑н өлкә ком‑тында эшләй. 1954 й. башлап ӨАИ‑ның марксизм‑ленинизм каф. мөдире, 1956 й. — Өфө юғары партия мәктәбенең, 1960 й. — БДУ‑ның, 1971—83 йй. БДМИ‑ның филос. каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре Башҡортостанда ижт. һәм филос. фекер тарихына, йәдитселекте тарихи баһалауға арналған. 30‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләкләнгән (1945).

Хеҙм.: Призвание убеждать. Уфа, 1966 (авторҙ.).

Д.М.Азаматов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018