ИСЛАМ (ғәр. — буйһоноусанлыҡ), донъя диндәренең береһе. 7 б. Көнбайыш Ғәрәбстанда барлыҡҡа килә. Нигеҙ һалыусыһы — Мөхәммәт пәйғәмбәр. Эйәреүселәре — мосолмандар. Дин ғилеме сығанағы —Ҡөрьән. Изге риүәйәттәре — Сөннә. И. хоҡуҡ нормалары шәриғәттә теркәлгән. И. төп талаптары: 1) шәһәҙә — бер Аллаға инаныу, Мөхәммәтте Алланың рәсүле тип таныу; 2) намаҙ уҡыу; 3) ураҙа тотоу; 4) зәҡәт биреү; 5) хаж ҡылыу. Мосолмандар Аллаға, фәрештәләргә, Изге Яҙмаларға, пәйғәмбәрҙәргә, Ҡиәмәт көнөнә, тәҡдиргә ышана. Төп йүнәлештәре — сөнниселек һәм шиғисылыҡ. И. Азия, Африка, Европа илдәрендә таралған.

И. Башҡортостанға үтеп инеүенә мосолман илдәре м‑н 8—9‑сы бб. булдырылған сауҙа‑иҡт. бәйләнештәр булышлыҡ итә, Левашов ҡәберлегендә (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) П.Ф.Ищериков, П.Х.Михайлов һәм Р.Б.Әхмәров тарафынан табылған аҡсалар (706 й. алтын динар, 712 й. 3 көмөш дирһәм) быны дәлилләй. И. башҡорттар араһында таралыуы уның 922 й. Волга буйы Болғарында (Башҡортостандың көнбайыш өлөшө уның составында була) рәсми ҡабул ителеүе, артабан Башҡортостандың төрлө осорҙарҙа И. динен тотҡан дәүләттәргә (Алтын Урҙа, Ҡазан ханлығы, Нуғай Урҙаһы, Себер ханлығы) инеүе м‑н бәйле. Урта Азия, Ҡаҙағстан м‑н мәҙәни һәм сауҙа-иҡт. бәйләнештәр Башҡортостанда хәнифи мосолман мәктәбе (ҡара: Хәнифиттәр) тәғлимәте һәм традициялары таралыуға булышлыҡ итә. Болғарҙан һәм башҡа мосолман илдәренән килгән дин таратыусыларҙың Ағиҙел, Өршәк, Дим, Сәрмәсән йй. буйындағы, Ырымбур губернаһының Өлкөндө, Әүешкүл тауҙары башындағы, Өфө губернаһының Абыҙ ҡаласығындағы 14 б. ҡәберҙәре һәм бер нисә кәшәнә изге урын тип һанала (ҡара: Әүлиә). Дин тотоу, традицион ғөрөф‑ғәҙәттәрҙе үтәү, байрамдарҙы үткәреү ирке Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуының төп шарттарының береһе була. 1552 й. Мәскәү дәүләтенең, Ҡазанды буйһондороп, татарҙарҙы христианлаштыра башлауы (ҡара: Христианлаштырыу) Волга буйы мосолмандарының байтағының Башҡортостанға ағылыуына сәбәпсе була, был төбәктә уларҙың һанын арттыра. И. көнкүрешкә, ғаилә‑никах мөнәсәбәттәренә, шәхесара һәм ижт. мөнәсәбәттәргә торған һайын нығыраҡ йоғонто яһай. 17— 18 бб. мосолман әхлаҡ‑этик һәм хоҡуҡ нормалары өҫтөнлөк ала, мосолман байрамдары даими үткәрелә, мосолман мәғарифы үҫеш ала. Ырымбур мосолман Диниә назараты ойошторолоу м‑н, Волга буйында, Уралда И. һәм рәсми мосолман руханиҙарының позициялары көсәйә бара (уларҙың вазифалары, хоҡуҡтары киңәйә, мөлкәт хәле нығына). Башҡорттарҙа ғибәҙәт ҡылыу нигеҙҙә мулла йортонда, йәйләүҙә саҡта тирмәләрҙең береһендә атҡарыла. Башҡорттар ултыраҡ тормошҡа күскәндән һуң мәсеттәр, мәктәптәр, мәҙрәсәләр төҙөлә башлай. 1913—15 йй. Өфө губ. 1579 мәктәп була, уларҙа 91 мең уҡыусы (шуның 18 меңе ҡыҙ бала) уҡый. “Хөсәйениә”, “Ғәлиә”, “Ғосмания” мәҙрәсәләре, Стәрлебаш мәҙрәсәһе һ.б. мосолман руханиҙарын әҙерләү үҙәктәре булып таныла, уларҙың ҡайһы берҙәрендә уҡытыуҙың яңы ысулдары (ҡара: Йәдитселек) индерелә. 19 б. аҙағына Өфө губ. 2 меңгә яҡын мосолман дин әһеле була. 19 б. башынан Башҡортостанға суфыйсылыҡ идеялары үтеп инә, уларҙың урындағы ярым күсмә тормош ғөрөф‑ғәҙәттәренә яраҡлашыуы ишансылыҡты (ҡара: Ишан) барлыҡҡа килтерә. 19 б. аҙ. ваҡыф институты үҫешә. Башҡорт ихтилалдарында (17—18 бб.) ҡатнашҡан өсөн башҡ. муллаларына ҡарата иҡт. язалар ҡулланыла (улар ерҙе милеккә алыу хоҡуғынан мәхрүм ителә һ.б.). И. нормалары Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәрҙәренең, айырып әйткәндә Ә.Ә.Вәлидовтың, идея‑сәйәси ҡараштарына йоғонто яһай.

Вәлидов хөкүмәте ҡарамағында Диниә назараты ойошторола, кантон ҡазыйҙары һайлана. 1920—30‑сы йй. дингә ҡаршы сәйәсәтте тормошҡа ашырыу мәсеттәрҙең, мосолман общиналарының ҡырҡа кәмеүенә килтерә: 1927 й. — 2414, 1934 й. — 323, 1940 й. — 12. Башҡортостан терр‑яһы ике мосолман ведомствоһы — Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты һәм БАССР‑ҙың Диниә назараты йоғонтоһо аҫтында булған өлөштәргә бүленә. 1926 й. беренсеһенең ҡарамағында — 1718, икенсеһенекендә — 700‑гә яҡын, 1935 й. ярашлы рәүештә 300 һәм 700 мәсет була; был ҡаршы тороу икенсеһенең ябылыуы м‑н тамамлана. 1948 й. Өфөлә мосолман руханиҙары съезы була, унда Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратының яңы Уставы ҡабул ителә. 1950—70 йй. И. позициялары көсһөҙләнә, шулай ҙа ҡайһы бер дини йолалар (исем ҡушыу, никах уҡытыу, ураҙа тотоу һ.б.) һаҡлана. Мосолман байрамдары ваҡытында мәсеттәргә Өфөлә — 2—3 мең, Стәрлетамаҡ, Ишембай ҡҡ. 800‑гә тиклем кеше йыйыла. 1980‑се йй. 2‑се яртыһынан иҫке мәсеттәрҙе тергеҙеү, яңыларын төҙөү башлана, СССР‑ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандары Диниә назаратына ғибәҙәт ҡоролмалары кире ҡайтарыла, Өфөлә Фәхретдин Р. исемендәге мәҙрәсә асыла. 1989 й. Өфөлә СССР‑ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандары Диниә назаратының 200 йыллығына, Волга буйы һәм Урал халыҡтарының И. ҡабул итеүенең 1100 йыллығына арналған тантаналы саралар үткәрелә. Өфөлә Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты урынлашҡан (рәйесе Т. Тажетдин). Республикала БР‑ҙың Диниә назараты (рәйесе Н.М.Ниғмәтуллин), Мосолмандарҙың Үҙәк диниә назаратының Төбәк диниә назараты (М.Т.Тажетдинов), 1068 мосолман мәхәлләһе (2000 й. — 545), 962 мәсет һәм ғибәҙәт йорто эшләй (2011). Башҡортостандың мосолман руханиҙары халыҡ‑ара мосолман форумдарында ҡатнаша. Дини белемде Рәсәй ислам университетында, Мәрйәм Солтанова ис. Ислам колледжында һәм “Ғәлиә” (бөтәһе лә — Өфө), “Нур әл‑Иман” (Стәрлетамаҡ), “Нурул Ислам” (Октябрьский ҡ.) мәҙрәсәләрендә алалар. “Мәғлүмәт әл‑Болғар — Вестник”, “Рисаләт” гәз. нәшер ителә (ҡара: Мосолман ваҡытлы матбуғаты).

А.Б.Юнысова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018