ҒИЛМИЙӘРОВА Софья Григорьевна (12.9.1951, Бөрө ҡ.), педагог. Пед. ф. д‑ры (2003). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2005). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1974) Өфөнөң 8‑се мәктәбе уҡытыусыһы, 1976 й. алып БАХИ‑ла эшләй. 1987 й. — БДПУ уҡытыусыһы. Фәнни тикшеренеүҙәре экология б‑са белем биреү проблемаларына арналған. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Подготовка студентов педвузов к непрерывному экологическому образованию. М., 2001; Экологическое образование в России и за рубежом. Уфа, 2001 (авторҙ.); Экологическое образование в сельской школе: вопросы теории и практики. Саарбрюккен, 2011 (авторҙ.).

 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика