ҒӘЛИУЛЛИНА Ғәлимә Садиҡ ҡыҙы (31.1.1953, Ҡурған өлк. Ҡамышлы а.), философ. Филос. ф. д‑ры (1992). Силәбе мәҙәниәт ин‑тын тамамлағандан һуң (1974) Өфө һәм Ырымбур ҡҡ. китапханаларында эшләй. 1980 й. алып Силәбе мәҙәниәт ин-тында уҡыта, 1992 й. — башлап Төбәк сәйәсәтен координациялау ком-ты консультанты, 1994 й. — Силәбе өлк. хакимиәтендә сектор мөдире. 1997—2012 й. алып Силәбе ун-тында уҡыта (2000 й. тиклем идара итеүҙең гуманитар-хоҡуҡи нигеҙҙәре каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре власть һәм идара итеү эшмәкәрлеге философияһы, глобалләшеү шарттарында төбәк үҫеше һ.б. проблемаларға арналған. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

   Хеҙм.: Информационная деятельность в системе научных коммуникаций в посттоталитарном обществе: методологический аспект. Челябинск, 1998; Успех как стиль жизни: деловая элита Урала в лицах и цифрах. Челябинск, 1998; Лидерство в XXI веке: взгляд из России. Челябинск, 2002.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика