ҒӘЛИМОВ Баязит Сабирйән улы (26.5.1942, БАССР-ҙың Маҡар р-ны Кинйәбулат а. (БР-ҙың Ишембай р-ны), философ. Филос. ф. д‑ры (1989), проф. (1990). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1997), РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (1997). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1965) шунда уҡ эшләй: 1989 й. алып проректор, 2005—10 йй. баш ғилми секретарь, бер үк ваҡытта 1995 й. башлап филос. каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре философияның төп проблемаларына, Башҡортостанда филос. фекер тарихына арналған. 90‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Рәсәй филос. йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе рәйесе (1992 й. алып). Халыҡтар дуҫлығы орд. м‑н бүләкләнгән (1986).

Хеҙм.: Принцип развития в основаниях научной картины природы. Саратов, 1981; Биосоциосистема: опыт потребностного подхода. Уфа, 2000 (авторҙ.); Эволюционная картина природы. Уфа, 2008.

Ғ.Ғ.Сәлихов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика