ИСКӘНДӘРОВА Ольга Юрьевна (26.12.1953, Октябрьский ҡ.), педагог-методист. Пед. ф. д‑ры (2001), проф. (2002). БДПИ‑ны тамамлаған- дан һуң (1976) Октябрьский ҡ. эшләй: 18‑се урта мәктәп уҡытыусыһы, 1977 й. алып ӨНИ‑лә, 1982 й. — коммуналь‑төҙөлөш техникумында, 1985—90 йй. мед. уч‑щеһында уҡыта. 1991—2004 йй. БДМУ‑ла. Фәнни тикшеренеүҙәре тел вузы булмаған уҡыу йортонда инглиз телен уҡытыу методикаһына арналған. И. тарафынан өлкән курс студенттары өсөн “Медицина бәйләнеше” исемле инглиз теле курсы эшләнә. 50‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм уҡытыу‑методик әсбап авторы.

Хеҙм.: Коммуникативный подход как фактор активизации познавательной деятельности студентов. Уфа, 1997; Проблемы теории и практики формирования иноязычной профессиональной коммуникативной компетентности специалиста. Уфа, 1998.

А.Р.Фёдорова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.