ГЕРБИЦИДТАР ҺӘМ ҮҪЕМЛЕКТӘРҘЕҢ ҮҪЕҮЕН КӨЙЛӘГЕСТӘР ИНСТИТУТЫ, 1964 й. Бөтә Союз үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары ҒТИ‑ның Өфө филиалы булараҡ ойошторола, 1981 й. алып Бөтә Союз гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми-тикшеренеү технологик институты, 1993 й. башлап БР ФА‑ның тәж.-һынау производствоһы булған Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми-тикшеренеү технологик ин‑ты. Өфөлә урынлашҡан. Фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: юғары һөҙөмтәле гербицидтар, фунгицидтар, үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр, ветеринария препараттары эҙләү һәм синтезлау; ҡулланыуҙа булған үҫемлектәрҙе химик һаҡлау сараларының технологияларын һәм рецептураларын камиллаштырыу; пестицидтарҙың, ш. иҫ. нескә дисперслыларҙың физик-химик үҙенсәлектәрен һәм биол. активлығын, бәйләнештең төрлө тибы булған матдәләрҙең механик активацияһын тикшереү; гербицидлы һәм фунгицидлы препараттарға биол. һынауҙар үткәреү; пестицидтарҙың активлығы һәм ағыулылығының төрлө төрҙәрен баһалауҙың, структур модификация йүнәлештәрен эҙләүҙең мәғлүмәт базаһын эшләү. Ин‑т составы: 7 ғилми-тикшеренеү лаб., тәжрибә-һынау производствоһы, биол. тикшеренеүҙәр бүлеге. 37 ғилми хеҙм‑р араһында 1 БР ФА-ның мөхбир ағзаһы, 5 фән д‑ры һәм 8 фән канд. (2011). 1 һөнәр б‑са аспирантура эшләй. Ин‑т ғалимдары бер нисә төр фарм. продуктты һәм полимер материал (ҡара: Полимерҙар) күбекләндергестәрен электрохимик синтезлауҙың технологик ысулдарын уйлап таба; 50‑нән ашыу препаратты (2,4‑дихлорфеноксиуксус кислотаһы, аҡтамыр, вигосурон, октапон-экстра, октиген, чисталан, эфилон һ.б.) етештереүгә индерә, уйлап табыуҙарға 500‑ҙән ашыу авторлыҡ танытмаһы һәм 90‑дан ашыу РФ патенты ала. Ин‑ттың тәжрибә-һынау производствоһы йылына 700—1000 т үҫемлектәрҙе химик һаҡлау сараһы етештерә. БР, РФ ҒТИ‑лары һәм компаниялары һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә. Дир.: В.Д.Симонов (1964 й. алып), Н.Н.Пустовит (1987 й. алып), Р.Б.Вәлитов (1992 й. алып), А.М.Колбин (2005 й. алып).

Әҙәб.: Мовсумзаде Э.М., Удовенко И.Ф., Кузнецова Л.В. Химия и технология средств защиты растений: этапы становления и развития в Башкортостане. Уфа, 1998; Научно-исследовательскому технологическому институту гербицидов АН РБ – 40 лет: история становления ин‑та с опытным пр‑вом в док. и воспоминаниях. Уфа, 2008.

А.М.Колбин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика