АДВОКАТУРА (лат. advoco — саҡырам), адвокаттарҙың проф. берләшмәһе. Гражданлыҡ йәмғиәте институты булып тора һәм дәүләт власы м‑н урындағы үҙидаралыҡ органдары системаһына инмәй.

Суд реформаһына (1864) ярашлы Өфө, Троицк һәм Ырымбур округ судтарында 1898 й. суд эштәре б‑са присяжныйҙар вәкилдәре институты, башҡа судтарҙа һәм адм. органдарҙа — хосуси вәкилдәр институты ойошторола. 1910 й. Өфө губернаһында 12, 1916 й. — 10  хосуси вәкил була. Присяжныйҙар вәкилдәре үҙидаралыҡлы корпорациялар төҙөй, уларҙың эшмәкәрлеген присяжныйҙар вәкилдәре советы һәм округ судтары күҙәтә. 1917 й. 22 нояб. Суд тураһындағы 1-се декрет м‑н хосуси һәм присяжный А. институттары бөтөрөлә. 1918 й. 15 февр. Суд тураһында 2-се Бөтә Рәсәй ҮБК декреты нигеҙендә эшсе, һалдат һәм крәҫтиән депутаттары советтары эргәһендә судта йәмәғәт яҡлауын һәм ғәйепләүен булдырыусы хоҡуҡ яҡлаусылар коллегиялары булдырыла. 1922 й. 26 майында раҫланған Адвокатура тураһындағы положение нигеҙендә 1922 й. 12 авг. БашҮБК декреты м‑н Башҡ-н яҡлаусылар коллегияһы ойошторола (1939 й. — Башҡ-н респ. адвокаттар коллегияһы). Коллегия 1922 й. 1 сент. эш башлай, 18 ағза иҫәпләнә. А. ойоштороу, уның эшмәкәрлеге БАССР яҡлаусылар коллективы положениеһы (1936), СССР адвокатураһы тураһында положение (1939), “СССР адвокатураһы тураһында” (1979) закон, РСФСР адвокатураһы тураһында положениелар (1962, 1980), БР‑ҙың “Адвокатура тураһында” (1992 й., 2003 й. ғәмәлдән сыға) законы м‑н көйләнә.

2002 й. 31 майындағы “Рәсәй Федерацияһында адвокат эшмәкәрлеге һәм адвокатура тураһында” Федераль законға ярашлы 2002 й. 22 нояб. респ. бөтә терр. халыҡҡа квалификациялы юридик (ш. иҫ. бушлай) ярҙам күрһәтергә, дәүләт власында, урындағы үҙидаралыҡ органдарында, йәмәғәт берекмәләрендә һ.б. вәкиллек булдырырға һәм адвокаттарҙың мәнфәғәтен яҡларға, адвокаттарҙы проф. әҙерләүҙе һәм проф. этика кодексын һаҡлауҙы контролдә тоторға тейешле БР Адвокат палатаһы ойошторола. Мотлаҡ ағзалыҡ принцибына нигеҙләнә (1 меңдән ашыу кешене берләштерә) һәм РФ адвокаттарының Федераль палатаһына инә. БР Адвокат палатаһының юғары органы булып адвокаттар конф. тора, коллегиаль башҡарма орган — палата президенты етәкселегендә Палата советы. БР Адвокат палатаһы системаһында төрлө адвокат берекмәләре эшләй: 10 коллегия, 8 бюро, 127 адвокат кабинеты (2004), ш. уҡ юридик консультациялар. Иң ҙур берекмә булып БР ҡалалары һәм райондарында 90-дан ашыу структур бүлектәрҙе берләштергән Башҡ-н респ. адвокаттар коллегияһы һанала (750-нән ашыу ағза).

Башҡ-н респ. адвокаттар (яҡлаусылар) коллегияһы Президиумы рәйестәре: С.П.Кастров (1922 й. алып), П.В.Змеевский (1929 й. алып), И.Г.Әхмәров (1930 й. февр.— окт.), П.Н.Стариков (1933 й. алып), И.И.Супонин (1937 й. алып), М.П.Дмитриев (1940 й. алып), Л.С.Аблеев (1941 й. алып), Н.Н.Атнакаев (1947 й. алып), И.В.Хрулёв (1954 й. алып), Д.Б.Мурзин (1969 й. алып), Ш.Ә.Мәхмүтов (1985 й. алып), Б.Ғ.Йомаҙилов (2003 й. алып). БР Адвокат палатаһы президенты — Мәхмүтов (2002 й. алып), Йомаҙилов (2009 й. алып).

М.Ш.Мортаев, З.Р.Нәҙерғолова

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018