ГЕОРГИЙ ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР МОНАСТЫРЫ,Изге Ҡыуаҡтар”. 1901 й. Георгий ҡатын-ҡыҙҙар общинаһы булараҡ нигеҙ һалына, 1905 й. алып Георгий монастыры. Бөрө өйәҙенең Уҫы-Степановка а. (хәҙ. БР‑ҙың Благовещен р‑ны) 4,3 км алыҫлыҡта урынлашҡан була. Г.ҡ.‑ҡ.м. һалынған урын (3 ҡайын м‑н 2 тал эргәһендә, “Изге Ҡыуаҡтар” тигән исеме ошоға бәйле) изге тип һаналған, бында, риүәйәттәргә ярашлы, мөғжизәле билдәләр (изге ҡарттар, янып торған шәмдәр күренеүе, ҡыңғырау сыңы ишетелеүе, ҡоролоҡ ваҡытында ғибәҙәт ҡылғандан һуң ямғыр яуыуы һ.б.) һәм төрлө ауырыуҙарҙан ҡотолоу осраҡтары булып торған. Монастырь крәҫтиән Г.А.Поспелов иғәнә иткән ерҙә изге урындарға ғибәҙәт ҡылыусылар, тирә-яҡта йәшәгән крәҫтиәндәр һәм православие руханиҙары аҡсаһына һалынған. Монастырь эргәһендә 3 сиркәү була. Георгий (йорт) сиркәүе, ағастан, 1901 й. төҙөлә һәм изгеләндерелә, изге благоверный Владимир кенәзе Георгий Всеволодович хөрмәтенә өҫтәле була. Вознесение сиркәүе, ағастан, урыҫ стилендә (23х10х12 м), 7 көмбәҙле, 1911 й. төҙөлә һәм изгеләндерелә, Раббы Олғашыуы хөрмәтенә өҫтәле була; 2 яруслы манараһында 8 ҡыңғырауы була; 800‑гә яҡын кешене һыйҙыра. Успение сиркәүе, таштан (47х34х10,5 м), 3 яруслы манараһы (21 м бейеклектә), 3 өҫтәле була: төп өҫтәле Пресвятая Богородица Успениеһы хөрмәтенә, эргә приделдарындағыһы — изге благоверный Владимир кенәзе Георгий Всеволодович һәм Бөтә Изгеләр хөрмәтенә; төҙөлөп бөтмәй һәм изгеләндерелмәй. Монастырҙа изге әйберҙәр һаҡлана: преподобный Серафим Саровскийҙың кейемдәре; Изге Троица, Смоленск Божья Матеры һәм 17 изгенең һүрәте төшөрөлгән, 1907 й. архиепископ Тихон бүләк иткән кипарис икона (44х44 см). Г.ҡ.‑ҡ.м. 1901 й. — 40‑ҡа яҡын, 1913 й. 158 сестра йәшәй. Общинаға 1902 й. 70, 1913 й. 147 дисәтинә ер (шуның 38 дисәтинәһе император Николай II тарафынан бирелә) ҡарай, 1917 й. — 461 дисәтинә. Мал аҙбары, умарталығы, йәшелсә һәм емеш баҡсаһы була. Тирмәне, оҫтаханалары (икона төшөрөү, иконаларҙы ҡурғаш һәм сәскә м‑н биҙәү, алтын ялатыу, биҙәк төшөрөү, эске кейем тегеү, алтын м‑н ҡайыу, юрған һырыу, тегеү, туҡыу, итек тегеү, китап төпләү, ағас, ҡалай эше), таш һәм ағас часовнялары, сестралар һәм ғибәҙәт ҡылыусылар өсөн 15 бәләкәй хөжрәһе, хужалыҡ ҡаралтыһы м‑н ағастан төҙөлгән 3 бер ҡатлы йорто, ш. уҡ 1902 й. Өфөлә һәм Бөрө ҡ. асылған монастырь хужалығы теркәлгән. Монастырь хәйриә һәм мәғрифәтселек м‑н шөғөлләнә: 1903 й. крәҫтиән ҡыҙҙары өсөн — грамота мәктәбе, послушницалар өсөн йәкшәмбе мәктәбе асыла; яңғыҙ ҡарсыҡтар, һаңғырау-телһеҙҙәр, етем балалар йорто була; 1914 й. алып башҡа милләттән булған етем ҡыҙҙар һәм һалдат балалары өсөн приюттар эшләй башлай. Беренсе донъя һуғышы йылдарында сестралар фронтҡа посылкалар ебәрә. 1920‑се йй. башында монастырь обновленецтарға ҡаршы тора. 1921 й. “Тәүге башаҡ” а.х. артеленә үҙгәртелә, ләкин ғибәҙәт ҡылыу дауам итә. 1928 й. сент. артель ябыла, игуменья атыла, монахинялар репрессиялана. 1954 й. һуң монастырь ҡаралтылары тотошлай юҡ ителә. 1998 й. Г.ҡ.‑ҡ.м. урынында Успение ир-егеттәр монастыры (Өфө) скиты төҙөлә, 2002 й. монастырь үҙе лә күсерелә һәм Успение Изге Георгий монастыры тип үҙгәртелә [настоятеле — Варлаам (С.Н.Максаков)]. Г.ҡ.‑ҡ.м. настоятельницалары: игуменьялар Серафима (1905 й. алып), Магдалина (1911 й. алып), Христина (1917 й. алып).

Әҙәб.: Серафим, игумен. Георгиевский женский монастырь, именуемый “Св. Кустики", в Уфимской епархии, Бирском уезде. Кунгур, 1913.

Н.П.Зимин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика