ҒАЯЗОВ Әлфис Суфиян улы (3.6.1956, БАССР‑ҙың Асҡын р‑ны Иҫке Ҡаҙансы а.), педагог. БР ФА акад. (2016), Рәсәй мәғариф акад. мөхбир ағзаһы (2009), пед. ф. д‑ры (1996), проф. (1997). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2000), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1989), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). Бөрө пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1977) шунда уҡ эшләй (1987 й. алып биол. ф‑ты, 1989 й. — пед. һәм психология ф‑ты деканы). 1998 й. башлап БДПУ‑ла: педагогика каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2001 й. алып Педагогика ин‑ты директоры. 2011 й. алып БР‑ҙың мәғариф министры, 2015 й. — БР ФА Президенты. Фәнни тикшеренеүҙәре үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү, гражданлылыҡ формалаштырыу мәсьәләләренә арналған. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Башҡортостан комсомолы пр. лауреаты (1985).

Хеҙм.: Образование как пространство формирования личности гражданина. М., 2006; Семь проблем современного образования. Уфа, 2008; Лидирующая роль образования в обществе. Уфа,  2011. 

К.Ш.Әхиәров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика