ГАСПРИНСКИЙ Исмәғил Мостафа улы, Ғаспралы И.М. (8.3.1851, Таврия губ. Авджикой а. — 11.9.1914, ш. уҡ губернаның Баҡсаһарай ҡ.), йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәр, публицист. “Иттифаҡ әл-мөслимин” партияһы ағзаһы (1906 й. алып). Баҡсаһарайҙа мәҙрәсәлә, Симферополь һәм Мәскәү ҡҡ. гимназияларҙа, Воронеж ҡ. кадет корпусында, Париж ун‑тында (1871—73) уҡый. 1868 й. алып — “Сынйырлы” мәҙрәсәһендә (Баҡсаһарай), 1875 й. башлап Ҡырым мәктәптәрендә уҡыта; 1879—84 йй. Баҡсаһарайҙың ҡала башлығы. Рәсәйҙең бөтә төрки халыҡтарының мәҙәни һәм милли берлеге идеяһын алға һөрә, белемле булыуҙы ил мосолмандарының милли яңырыуы өсөн иң мөһиме тип иҫәпләй һәм дөйөм белем биреү өсөн сығыш яһай. 1883 й. Баҡсаһарайҙа пед. кадрҙар әҙерләү курстары ойоштора, унда Өфө һәм Ырымбур губ. вәкилдәре лә уҡый. Г. тарафынан уҡытыуҙың яңы ысулы (өнлө) ҡулланылған һәм байтаҡ донъяуи фәндәр уҡытылған мәктәп ойошторола, ул Рәсәйҙең күп мәктәптәре һәм мәҙрәсәләре, ш. иҫ. “Ғосмания”, “Ғәлиә”, “Рәсүлиә”, “Хөсәйениә”, өсөн өлгө була. 1886 й. һәм 1909 й. уҡытыуҙың яңы ысулын пропагандалау өсөн Өфөгә килә. Китап нәшер итеү эше м‑н шөғөлләнә (Баҡсаһарайҙа Ҡөрьән, уҡыу әсбаптары баҫыуҙы яйға һала). Рәсәйҙәге тәүге мосолман ваҡытлы матбуғат баҫмаларын — йәдитселек яҡлыларҙың органына әүерелгән “Тәрджемән” (“Тәржемәсе”, 1883—1918) гәз. һәм “Ғаләме нисуан” (“Ҡатын‑ҡыҙ донъяһы”, 1906—1910) әҙәби ж. ойоштороусы һәм нәшер итеүсе. Төрки телендә дәреслектәр авторы. Бөтә Рәсәй мосолман съездарын үткәреү инициаторҙарының һәм ойоштороусыларының береһе.

Хеҙм.: Русское мусульманство. Мысли, заметки и наблюдения мусульманина. Симферополь, 1881.

Әҙәб.: Байрамов Э.З. Великий просветитель российских мусульман Исмаил Гаспринский. М., 2001.

Р.Үтәбай-Кәрими

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика