ҒАРИПОВ Марсель Исмәғил улы (13.4.1942, БАССР-ҙың Тәтешле р‑ны Түб. Тәтешле а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Үрге Тәтешле а.), педагог. Пед. ф. д‑ры (1988), проф. (1990). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1992), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1978), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2002), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2003). Бөрө пед. ин‑тын (1965), Свердловск Юғары партия мәктәбен (1978) тамамлаған. 1964 й. алып — ВЛКСМ‑дың Бөрө ҡала ком‑тында, 1966 й. — Кушнаренко р‑ны Бардовка тулы булмаған урта мәктәбендә (дир.), 1967 й. КПСС- тың Тәтешле район ком‑тында эшләй. 1981 й. алып Бөрө пед. ин‑ты уҡытыусыһы, 1988 й. — проректоры, 1989 й. — ректоры. 1995 й. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре ком‑ты рәйесе урынбаҫары, 1999—2003 йй. — рәйесе. 2003 й. алып Көнсығыш иҡт.‑юридик гуманитар акад. (2009 й. тиклем өҫтәмә белем биреү б‑са проректор). Фәнни тикшеренеүҙәре уҡыусыларҙың хеҙмәт политехник әҙерлегенә, инновациялы пед. технологияларға, хәҙ. заман мәғарифы филос. арналған. 220‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 1—2‑се саҡырылыш де‑ путаты.

Х е ҙ м.: Общественнополезный, производительный труд сельских школьников. Уфа, 1990; Иноязычные профессиональные и социально-культурные коммуникации: теория и практика. Уфа, 2004.

 С.А.Бронников

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика