ИОАНН I (донъяуи исеме Поярков Виктор Алексеевич; 10.11.1883, Пермь губ. Көңгөр ҡ. — 30.1.1933, Өфө), дин әһеле, Өфө һәм Дәүләкән епискобы (1928—33). Дини тәғлимәт канд. (1911). Схиархиепископ (1933), архиепископ (1931). Монахлыҡ ҡабул иткән (1922). Ҡазан дини акад. тамамлағандан һуң (1909) Волынск һәм Ҡазан епархияларында хеҙмәт итә. 1915 й. алып Өфө епархияһында: Епархия ҡыҙ балалар училищеһы инспекторы, уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта йорт сир- кәүенең протоиерейы, 1919 й. башлап Николай сиркәүе настоятеле (ҡара: Өфөләге сиркәүҙәр), бер үк ваҡытта 1922 й. алып Дәүләкән викар епискобы, 1923—28 йй. епархияның ваҡытлыса идарасыһы. Епархия етәксеһе булғанда И.I башта патриарх Тихонды яҡлай һәм обновленецтарға ҡаршы була, 1924 й. башлап православиелағы “Тихон ағымына” һәм епископ Андрейға ҡаршы сыға, Епархия идаралығы составына обновленецтарҙы индерә, шул сәбәпле диндарҙар И.I яҡлыларға һәм Андрей яҡлыларға бүленә. 1927 й. И.I Урыҫ православие сиркәүе башлығы митрополит Сергийҙың (Страгородский) Совет власын таныу т‑дағы декларацияһын ҡабул итә. Урыҫ православие сиркәүенең Поместный соборы ағзаһы (1917—18). Камилавка м‑н бүләкләнгән (1915).

Н.П.Зимина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018