ИЛЬЯ СИРКӘҮЕ. Өфөлә Оло Илья урамында (хәҙ. З.Вәлиди урамы) урынлашҡан була. 1846 й. мәхәллә кешеләре инициативаһы м‑н нигеҙ һалына, 1855 й. изге Илия пәйғәмбәргә һәм изге мучениктар Флор м‑н Лаврға бағышлап төҙөлгән 2 ағас сиркәү урынында төҙөлә. Бер көмбәҙле, манаралы (8 ҡыңғырау, 304 бот 34 ҡаҙаҡ тартҡан иң ҙуры сауҙагәр А.А.Ногарёв аҡсаһына ҡойола) таш сиркәү боронғо Византия стилендә була. Сиркәүҙең 3 өҫтәле була: төп өҫтәл – изге пәйғәмбәр Илия хөрмәтенә (1861 й. изгеләндерелә), приделдарҙағылары – святитель Митрофан (Воронеж; 1858 й. изгеләндерелә) һәм святитель Николай Чудотворец (1863 й.) хөрмәтенә. Ҡорамда изге Илия пәйғәмбәр һәм изге мучениктар Флор м‑н Лавр иконалары, 17 б. Инжилы (Мәскәүҙә нәшер ителгән), изгеләрҙең һәм пәйғәмбәрҙәрҙең (Сергий Радонежский, Димитрий Солунский һ.б.) изге ҡалдыҡтары м‑н көмөш‑алтын өҫтәл тәреһе, Петербург художестволар акад. ағзаһы О.И.Тимашевский эшләгән плащаница урынлаша. Сиркәү эргәһендә элекке ағас часовня (1841 й. төҙөлгән) урынына һалынған таш часовня була. И.с. хорында И.Ф.Шаляпин йырлай. Сиркәүҙә 1881 й. алып попечителлек эшләй. 1895 й. причт 2 священниктан, дьякондан һәм псаломщиктан тора. Мәхәлләгә ҡала халҡының бер өлөшө ҡарай (1208 диндар, ш. иҫ. 585 ир‑ат һәм 623 ҡатын-ҡыҙ). 1931 й. И.с. ябыла, һуңынан һүтелә. Хәҙ. сиркәү урынында 14 ҡатлы торлаҡ йорт урынлашҡан. Настоятелдәре: М.А.Архангельский, А.П.Медиоланский (1870–90‑сы йй.).

Әҙәб.: Нигматуллина И.В. Старая Уфа: историко-краевед. очерк. Уфа, 2004; Уфимская епархия Русской Православной Церкви. М., 2005.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.