ИЛАРИОН (донъяуи исеме Прохоров Николай Иванович; 9.3.1889, Харьков губ. Михайловский утары — 27.1.1973, Белополье ҡ.), Өфө һәм Стәрлетамаҡ архиепискобы (1953—58; 1963—67). Архиепископ (1957). Монахлыҡ ҡабул иткән (1945). Курск дини семинарияһын тамамлаған (1910), Мәскәү коммерция ин‑тында уҡыған (1912—14). 1915 й. алып Курск, 1928—38 йй. һәм 1944 й. башлап Харьков епархияһы мәхәлләләрендә хеҙмәт итә. 1938—43 йй. төрмәлә ултыра. 1945 й. алып Мәскәү патриархияһы епархияларында епископ, 1970 й. — ялда. Өфө епархияһы етәксеһе вазифаһында сиркәүҙәрҙе тергеҙә, епархия штатын киңәйтә. Өфөлә 2‑се тапҡыр идара иткәндә сиркәүҙәрҙе ябыуға ҡаршылыҡ күрһәтә (ғәмәлдәге 22 сиркәүҙең береһе генә ябыла), Табын Божья Матерь иконаһына акафист уҡыуҙы мотлаҡ сараға әүерелдерә, руханиҙар араһында сиркәү тәртибен нығыта, хәйриә м‑н шөғөлләнә. Өфө кафедраһынан партия органдары талабы б‑са алына.

Әҙәб.: Сергеев Ю.Н., Абдулов Н.Т. Уфимская епархия в 1943—1964 гг.: очерки истории государственно-церковных отношений. Уфа, 2000.

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018