ИКОНА (гр. eikon — һын, образ), православиела һәм католицизмда Иисус Христостың, Богоматерҙың һәм изгеләрҙең һыны; һынлы сәнғәт әҫәре. Дини табыныу предметы булып тора, ҡорамда һәм христиан йортонда мотлаҡ булырға тейеш тип иҫәпләнә. Ҡайһы бер И. айырым үҙенсәлектәре бар тип һанала: сырхауҙарҙы һауыҡтыра, бәлә‑ҡазанан һаҡлай һ.б. Рәсәйҙә Божья Матерь (Владимир, Иверский, Ҡазан, Смоленск һ.б.) һәм изге Николай Чудотворец мөғжизәле И. киң билдәле. Башҡортостан митрополияһында ш. уҡ Берёзовка святитель Николай Чудотворец иконаһы, Богородский-Өфө Божья Матерь иконаһы, Табын Божья Матерь иконаһы, Буғабаш Божья Матерь И. абруйлы һанала. Риүәйәт б‑са, һуңғыһы Бәләбәй өйәҙе Буғабаш а. (хәҙ. Баҡалы р‑ны) крәҫтиәне Смоленск ҡ. (ул унда мөғжизәле И. ғибәҙәт ҡыла) алып ҡайтҡан ташта хасил була. Епархияла Смоленск Божья Матерь (Троица сиркәүендә), изге великомученица Параскева (Успение ир‑егеттәр монастырында), Спас Нерукотворный һәм изге княгиня Анна Кашинская (Златоуст Воскресение диндәш ир‑егеттәр монастырында) образдарының күсермәләре, Изге Троица, Смоленск Божья Матерь һәм 17 изгенең һындары м‑н, ш. уҡ Терелтеүсе Раббы Тәреһе киҫәксәләре м‑н, Йыһан һәм Урыҫ сиркәүҙәренең 28 изгеһенең изге мәйеттәре м‑н И. (Георгий ҡатынҡыҙҙар монастырында) һаҡланған. 1917 й. тиклем 4 икона яҙыу оҫтаханаһы эшләгән, Благовещен һәм Георгий монастырҙары эргәһендәгеләре айырыуса билдәле булған. Архимандрит Таврион, епископ Анатолий икона яҙыу м‑н шөғөлләнгән. Нестеров М.В. исемендәге башҡорт художество музейы фондында “Православие сәнғәте” (20 б. 20‑се йй.) коллекцияһы һаҡлана. Ул 16 б. Мәскәү (“Богоматерь” һәм “Иоанн Предтеча” И.) һәм Новгород (“Благовещение”) оҫталарының эш, төньяҡ яҙыу (“Богоматерь Одигитрия”) өлгөләренән тора.

Н.П.Зимина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.