ИИСУС ХРИСТОС (боронғо йәһүдсә jehosua — ҡотҡарыусы, гр. Christos — мәсих), христиан дине б‑са, Алла-Кеше, унда кеше (Дева Мариянан донъяға килеү) һәм илаһи (Алла‑ул — Изге Троицаның Икенсе шәхесе) тәбиғәт берләшкән. И.Х. тормошо һәм тәғлимәте Яңы Ғәһеттә (ҡара: Библия) һүрәтләнә. И.Х. исеме м‑н христианлыҡтың барлыҡҡа килеүе бәйле. Инжил мифологияһы б‑са, И.Х. донъя яралыуҙан алып 5508 й. Вифлеем ҡ. (Фәләстан) тыуған. Сабый ғына көйө уны, Ирод батшаның эҙәрләүенән ҡотҡарып, Мысырға алып китәләр, батша үлгәндән һуң, И.Х.Назарет ҡ. ҡайта, 30 йәшендә Иоанн Креститель тарафынан суҡындырыла. 12 шәкерт-апостолы (Петр, Иоанн, Иуда һ.б.) була, улар м‑н бергә, халыҡҡа Инжилды таратып, ғибрәтле хикәйәләр һөйләп һәм мөғжизәләр яһап, Фәләстан буйлап сәфәр ҡыла. Иерусалим ҡ. Фетнәгә ҡотортоуҙа ғәйепләнеп ҡулға алына һәм тәрегә ҡаҙаҡлап үлтереүгә хөкөм ителә. Мәрхүм булғанының 3‑сө көнөнә И.Х. терелә, терелеүенең 40‑сы көнөнә күккә олғаша. И.Х. ерҙәге тормошона ун ике байрам арналған. И.Х. образы икона яҙыуҙа ҡулланыла (“Спас Нерукотворный”, “Господь Вседержитель” һ.б.), урыҫ рәссамдарының эштәрендә сағыла (А.А.Ивановтың “Христостың халыҡҡа күренеүе”, И.Н.Крамскойҙың “Христос Сүллектә” һ.б.). Өфө епархияһында Ҡотҡарыусы (Спас) исеме бирелгән 10 сиркәү була (1917).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018