ҒАЙСИНА Гүзәл Иншар ҡыҙы (18.4.1955, Өфө), педагог. Пед. ф. д‑ры (2002), проф. (2002). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2007), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2008). БДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1977) шунда уҡ эшләй (2002 й. алып соц. педагогика каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре соц. педагогика, юғары уҡыу йорттары педагогикаһы, педагогик белем биреү проблемаларына арналған. 90‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Формирование гуманитарной культуры будущего учителя в довузовских структурах педагогического образования. Уфа, 1999; Образование как социокультурный феномен. М.; Уфа, 2000; Культурологический подход в педагогическом исследовании. Уфа, 2007.

К.Ш.Әхиәров 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика