ГАЙДУК Вадим Витальевич (6.7.1972, Өфө), политолог, юрист. Юридик ф. канд. (2002), сәйәси ф. д‑ры (2008). ӨДНТУ‑ны (1994), Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. (1998) тамамлаған. 1995 й. “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәтендә эшләй. 1996—2007 йй. Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад.: 1998 й. башлап кадрҙар бүлеге нач.‑ректор ярҙамсыһы, 2003 й. дәүләт һәм муниц. хеҙмәт бүлеге нач., 2004 й. — Идара итеү һәм дәүләт хеҙмәте проблемалары ғилми‑тикшеренеү үҙәге етәксеһе. 2008 й. алып БДУ‑ла (өҙөклөк м‑н): Хоҡуҡ ин‑тында уҡыта, 2013 й. башлап политология һәм тарих каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2010 й. Евразия хоҡуҡ проблемалары ҒТИ‑ның (Өфө) Сәйәси‑хоҡуҡи тикшеренеүҙәр үҙәге етәксеһе. 2011—13 йй. Башҡ‑н соц. технологиялар ин‑тының дәүләт тарихы һәм хоҡуҡ, конституцион хоҡуҡ каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре сәйәси регионалистика, этносәйәсәт, дәүләт һәм муниц. хеҙмәт проблемаларына һ.б. арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Федерализм как конституционно- правовая основа российской государственности. Уфа, 2007; Нормативное и договорное регулирование государственно‑служебных правоотношений в Российской Федерации. Уфа, 2009 (авторҙ.).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика