ҒӘБДРӘХИМОВ Ғәбдессәләм (1765— 31.1.1840, Өфө), дин әһеле, Ырымбур мосолман диниә назараты мөфтөйө (1825—40). Ахун (1805). Тархан (1817). Ҡазанда мәҙрәсә һәм Ҡарғалы мәҙрәсәләренең береһен тамамлаған. 1799 й. алып Ырымбур ҡала муллаһы, 1805 й — 1‑се йәмиғ мәсете (ҡара: Ырымбур тарихи йәмиғ мәсеттәре) имам‑хатибы. Ғәрәп, фарсы, төрөк телдәрен белгән. 18 б. аҙағынан Ҡаҙағстанда һәм Урта Азияла генерал‑губернаторҙың дипломатик йомоштарын башҡара (ҡара: Ырымбур сик буйы комиссияһы). 1823— 24 йй. “урҙа эштәрен” хәл итеү комиссияһы ағзаһы. Өфөлә Беренсе йәмиғ мәсетен, ваҡыф йортон, Ырымбур мосолман диниә назараты бинаһын төҙөү инициаторы. 1833 й. медицинаның файҙаһы т‑да фәтүә м‑н сығыш яһай, башҡорттарҙы һәм типтәрҙәрҙе медицина белеме алыу өсөн Ҡазан ун‑тына ебәреүгә булышлыҡ итә.

Д.Д.Азаматов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика