ЗЛОТНИКОВ Рафаил Абрамович (8.2.1921, Витебск ҡ. — 24.10.1994, Өфө), философ. Филос. ф. д‑ры (1979), проф. (1980). БАССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1990). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1947) партия эшендә. 1960—92 йй. ӨДАТУ‑ла уҡыта (1981—86 йй. инженерлыҡ пед. каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре мәҙәниәт социологияһына, ҡаланың соц. үҫеше проблемаларына арналған. 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Свободное время и образование. М., 1970; Духовные потребности советского рабочего. Саратов, 1975; Человеческие отношения в производственном коллективе. Уфа, 1987.

Ф.С.Фәйзуллин 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика