ЗЛАТОВЕРХОВНИКОВ Иван Егорович (21.6.1854, Өфө – 1920, Иркутск ҡ. эргәһендәге Иннокентьевск ст.), сиркәү тарихсыһы, педагог‑мәғрифәтсе. Дини семинарияны тамамлағандан һуң (1877) Ир балалар дини училищеһы һәм Епархия ҡыҙ балалар училищеһында уҡыта. “Өфө епархияһы. Географик, этнографик, административ‑тарихи һәм статистик очерк” (“Уфимская Епархия. Географический, этнографический, административно‑исторический и статистический очерк”; 1899) китабының төҙөүсе‑авторы; китапта Өфө епархияһы т‑да төрлө мәғлүмәт тупланған, уның иҡт. хәле, епархиялағы дин һәм мәғрифәт эшенең торошо, Өфө епархия ком‑тының миссионерлыҡ эшмәкәрлеге һ.б. һүрәтләнә.

Хеҙм.: Первые уроки мироведения. Курс общей географии. Уфа, 1894; Дроби простые и десятичные в совместном изложении их теорий. Уфа, 1895.

В.В.Латипова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика