ЗАРИПОВ Айрат Йәнсура улы (12.10.1962, БАССР‑ҙың Мәсетле р‑ны Ләмәҙтамаҡ а.), философ. Филос. ф. д‑ры (2004). БДПИ‑ны тамамлаған (1984). 1985 й. алып Мәсетле р‑нының Оло Аҡа урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1987—91 йй. Башҡ‑н дәүләт берләштерелгән музейы хеҙм‑ре, 1994 й. башлап ӨДАТУ уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1995—2007 йй. “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәте хеҙм‑ре. Фәнни тикшеренеүҙәре милләт‑ара мөнәсәбәттәр, этник оҡшашлыҡ, мәҙәниәт, белем биреү мәсьәләләренә, БР‑ҙа киң мәғлүмәт саралары тарихына арналған. 120‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Духовные истоки этнополитических движений. Уфа, 2000; Непрерывное профессиональное образование – фактор непрерывной социализации личности. Уфа, 2009 (авторҙ.); Этническое сознание и этническая идентичность. Уфа, 2009 (авторҙ.).

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика