ВОЗНЕСЕНИЕ ПУСТЫНЫ, Пречистая  Богородица  һәм  Мәскәү  чудотворецтары Пётр, Алексей, Иона  I  Ҡазан  иконаһы  күренеүе  пустыны, Пречистенски й ирҙәр монастыры. 16 б. 80‑се йй. Нуғай даруғаһы Кесе Табын улусында тоҙло шишмәләр эргәһендә Тоҙйылға й. буйында (хәҙ. Ғафури р‑ны Курорт а. терр‑яһы) нигеҙ һалына. Нигеҙ һалыусылары — Евфимий, Иларион. Монастырь эргәһендә Раббы Олғашыуы хөрмәтенә төҙөлгән манаралы ағас сиркәү була. Риүәйәттәр б‑са, В.п. янында Табын Божья Матерь иконаһы табылған һәм артабан уның сиркәүендә һаҡланған. Пустында 20‑нән ашыу монах һәм послушник була; монахтар иген үҫтереү һәм тоҙ ҡайнатыу м‑н шөғөлләнә. 1597 й. В.п. 23,8 дисәтинә ере, Тоҙйылғала тирмәне, Аҡкүл һәм Күккүл күлдәрендә балыҡ тотоу урындары, тоҙло шишмәләре була. 17 б. 40‑сы йй. аҙ. ҡарай ер биләмәләре 41,3 дисәтинәгә етә. 17 б. 50‑се йй. башында В.п. йорт хужалығы булараҡ Успение ирҙәр монастырына беркетелә. 1586 й. һәм 17 б. 40‑сы йй. монастырь ҡалмыҡтар һәм нуғайҙар һөжүменә дусар була; 1663 й. башҡорт ихтилалы (1662—64) барышында тулыһынса ҡыйратыла. Билдәле булған настоятелдәре: иеромонахтар Евфимий, Илларион (16 б. аҙ.), игумен Михаил (17 б. 40‑сы йй. — 50‑се йй. башы), Захарий (17 б. 50‑се йй.).

Әҙәб.: М о д е с т о в Н.Н.  Село Табынское и Вознесенская пустынь //Труды Оренбургской учёной архивной комиссии. Оренбург, 1914. Вып. 31; К у р м а е в В.Н. Очерки истории Табынского края (с древнейших времён до начала XX века). Уфа, 1994; Сергеев Ю.Н. Православное духовенство Южного Урала: очерки истории духовного сословия (вторая половина ХVI—ХVIII вв.). Уфа, 2004.

 Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика