ЕН, башҡ. мифологияһында кешегә бәхетһеҙлек килтереүсе яуыз көс. Исламға тиклемге инаныуҙарҙа йыш ҡына дейеү, бәрейгә оҡшаған исемһеҙ йән эйәһе итеп күҙаллана. Ҡөрьәнгә ярашлы, Алла уны төтөнһөҙ уттан кеше ҡиәфәтенә инә ала торған зат итеп яралтҡан. Е., ислам динен ҡабул итеп, изгелектәр ҡыла торғандарға һәм, кешеләрҙе юлдан яҙҙырып, ауырыуҙарға дусар иткән иманһыҙҙарға бүленә. Шайтан айырыуса яуыз Е. һанала. Е. яуызлығын һыҙыҡ өҫтөнә алып, башҡорттар уны Е.‑шайтан, Е.‑бәрей, Е.‑зәхмәт тип атай. Төрлө ҡиәфәттәрҙә кәүҙәләнгән: кеше йәки хайуан (йышыраҡ эт, һыйыр, бесәй йәки ат), күренә торған мәшәҡәттәр, донъяны тултырған ваҡ заттар һ.б. Е. ауырыуҙарҙың (нервыпсихика зарарланыуы, фалиж һуғыу һ.б.) һәм, уның м‑н осрашҡандан һуң, хатта үлемдең дә сәбәпсеһе һаналған. Е. теймәһен өсөн, ҡояш байығас, йыуынты һыу түгергә, ул төйәк итә торған урындарҙа (емерек иҫке йорттар, сүп соҡорҙары, көл, тиреҫ өйөмдәре янында) йөрөргә, ҡатынҡыҙ һәм бала-сағаға тышҡа сығырға, ризыҡтың өҫтөн япмай ҡалдырырға ярамаған, ишекте төнгөлөккә “бисмилла” уҡып бикләргә ҡушылған. Кеше сырхауға тарыһа, “Е. ҡағылған”, “Е. һуҡҡан”, тиер булғандар. Ундай кешене “енле кеше” тип йөрөткәндәр. Хөрәфәттәр б‑са, Е. ҡыуғас ҡына был кеше һауыға, тип иҫәпләгәндәр. Дауалау шаман ҡамлауына оҡшаш булған йәки аш м‑н алдаштырып сығарыуҙан торған (имсе ауырыу эргәһенә аҙыҡ ҡуйған һәм, Е. унан ауыҙ итергә саҡырып, доға уҡыған, шунан, Е. саҡыра-саҡыра, ашлы һауытты алып, уны йорттан алыҫҡа, кешеһеҙ урынға илткән, үҙе башҡа юлдан әйләнеп ҡайтҡан). Е. т‑да сюжеттар башҡ. фольклорында киң таралған: ул егеттәрҙе һәм ҡыҙҙарҙы бикләп тота (“Урал батыр”, “Алдар менән Зөһрә” эпостары), бөтә тереклекте ашап бөтә (“Таҙ һәм ен апай” әкиәте) һ.б., ш. уҡ ваҡытта, аҡылға ултыртылғас, кешегә ярҙам итә һәм уның теләктәрен үтәй (“Тылсымлы балдаҡ”, “Сүл аты” әкиәттәре). Башҡорт телендә Е. һүҙе булған фразеологизмдар (ҡара: Фразеология) һаҡланған: “Е. балаһы” (шуҡ бала т‑да), “Е. мутлығы”, “Е. туйы” (шаушыулы, тәртипһеҙ төркөм т‑да), “Е. алмаштырған” (илаҡ, көйәҙ бала т‑да).

Әҙәб.: Пиотровский М.Б. Коранические сказания. М., 1991; Сулейманова М.Н. Доисламские верования и обряды башкир. Уфа, 2005.

М.Н.Сөләймәнова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика