ВЛАДИСЛАВЛЕВ Владимир Фёдорович (1819, Владимир губ. Константиновское а. — 2.6.1877, Өфө), дин әһеле. Дини тәғлимәт магистры (1843). Священник дәрәжәһен ҡабул иткән (1847). Киев дини акад. тамамлағандан һуң (1843) Дини семинария, 1847 й. башлап Өфө ир балалар гимназияһы уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1855 й. алып Воскресение кафедраль соборы настоятеле. Өфөдини консисторияһы ағзаһы. В. вәғәздәре Өфө халҡы араһында киң танылған була (уларҙыңҡайһылары “Уфимские губернские ведомости” гәз. баҫыла). Изге Владимир орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Воспоминания уфимского кафедрального протоиерея Владимира Фёдоровича Владиславлева из своей жизни //Уфимские епархиальные ведомости. 1879. №18.

 О.В.Васильева, В.В.Латипова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика