ЕЛИСЕЕВ Спартак Феопемптович (11.3.1923, Владикавказ ҡ. — 7.9.2002, Өфө), философ, социолог. Филос. ф. д‑ры (1977), проф. (1978). БАССРҙың атҡ. фән эшмәкәре (1977). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ЛДУ‑ны тамамлаған (1950). 1952 й. алып КПСС‑тың Мурманск өлкә ком-тында, 1964 й. — Мурманск пед. ин‑тында эшләй. 1968—88 йй. ӨАИ‑ла уҡыта (1975—85 йй. философия каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре фәнни-техник прогрестың соц. аспекттарына, йәмғиәттең социаль структураһына, соц. идара итеү һәм планлаштырыу мәсьәләләренә арналған. 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Халыҡтар дуҫлығы (1982), “Почёт Билдәһе” (1968) орд. м‑н бүләкләнгәнн.

Хеҙм.: Социальные проблемы современной научно-технической революции. Уфа, 1974.

Ф.С.Фәйзуллин

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика