ЕВПРАКСИЯ (донъяуи исеме Блохина Евдокия; 1818, Өфө — 1.5.1894, шунда уҡ), дин әһеле, игуменья (1860). Монахлыҡ ҡабул иткән (1859). 1845 й. алып Благовещение ҡатын-ҡыҙҙар монастырында (1858 й. башлап настоятельница). Е. етәкс. монастырь ҙур хужалыҡ комплексы булып китә: монастырь ерҙәренең майҙаны арта (1886 й. 400 дисәтинәнән ашыу); шәм з‑ды Көньяҡ Уралда шәм етештереү монополисына әйләнә; монастырь оҫтаханалары (алтын еп м‑н сигеү, юрған, келәм һуғыу, икона яҙыу) селтәре киңәйә; монастырь дауаханаһы яңыртып төҙөлә (1868—70); православие руханиҙары ғаиләләренән етем ҡыҙ балалар өсөн мәктәп һ.б. ойошторола. Муйынға таға торған 2 тәре (1868 й. Изге Синодтан, 1878 й. Өфө йәмәғәтселегенән), Ҡыҙыл Тәре билдәһе (1879) м‑н бүләкләнгән.

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика