ЕВГРАФ Уфимский [донъяуи исеме Еварестов Евграф Васильевич; 1858, Һамар губ. Боғорослан өйәҙе Кирсаново а. (Ырымбур өлк. Пономарёвка р‑ны) — 1919 й. дек., Өфө], дин һәм йәмәғәт эшмәкәре; священномученик. Дворян (1914 й. алып). Дини тәғлимәт канд. (1885). Священник дәрәжәһен ҡабул итә (1887). Ҡазан дини акад. тамамлағандан һуң (1885) 1919 й. тиклем Дини семинарияла эшләй: инспектор ярҙамсыһы, 1887 й. башлап уҡытыусы, 1903—05 йй. ректор вазифаһын башҡарыусы; бер үк ваҡытта 1890—1917 йй. Ер үлсәү училищеһы уҡытыусыһы, 1900 й. алып Воскресение кафедраль соборы настоятеле, соборҙың (1897 й. алып) һәм Өфөнөң йорт сиркәүҙәре (1902 й. алып) благочинныйы. 1888—98 йй. епархия катехизаторы, 1896— 1917 йй. “Уфимские епархиальные ведомости” гәз. цензоры. Дини семинария идараһы ағзаһы (1887 й. алып), Өфө епархияһы руханиҙары съезы (19 б. 90‑сы йй.), Епархия уч‑щеһы советының Өфө өйәҙ бүлексәһе (1900—05) рәйесе. Өфө губерна статистика ком‑ты ағзаһы (1900—17). Руханиҙарҙан Өфө ҡала думаһы депутаты (1907—09, 1911). Сиркәү тарихы б‑са хеҙмәттәр һәм вәғәздәр авторы. 3‑сө (1914) һәм 4‑се (1906) дәрәжә Изге Владимир, 2‑се (1903) һәм 3‑сө (1901) дәрәжә Изге Анна орд. м‑н бүләкләнгән. Өфө епархияһының хөрмәтләнеүсе изгеләре (1999), 20 б. Рәсәй новомучениктары һәм исповедниктары соборы изгеләре рәтенә индерелгән, Өфө изгеләре соборына инә (2008). Репрессиялана (1919), атыла. 1993 й. аҡлана.

Хеҙм.: Преосвященный Дионисий, Епископ Уфимский и Мензелинский //Уфимские Епархиальные ведомости. 1891. №7.

Н.П.Зимина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика