ВИЛДАНОВ Урал Сәлим улы (4.11. 1956, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Илсе а.), философ. Филос. ф. д‑ры (2000), проф. (2001). Х.С.Вилдановтың ағаһы. Урал дәүләт ун‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1983 й.) БДУ‑ла, 1985 й. алып ӨАИ‑ла, 1990 й. башлап БДПИ‑ла уҡыта; 1992— 98 йй. — БДУ Сибай ин‑тының ижт. фәндәр, 2001 й. башлап филос. каф. мөдире. 2010 й. алып БДУ‑ның соц. хеҙмәт каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре онтология һәм гносеология, соц. процестарҙы планлаштырыу, прогнозлау, улар м‑н идара итеү проблемаларына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Феномен мыслителя (от разума к мудрости). Уфа, 2004; Человек в трансцендентально‑философской мысли Востока: гносеологический анализ. Уфа, 2006; Гносеологический анализ ценностей и ценностных ориентаций. М., 2008 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика