ДИНИӘ НАЗАРАТЫ, Башҡортостан Республикаһы мосолман мәхәлләләренең бер өлөшөн берләштергән һәм уларҙың эшмәкәрлеген көйләгән дини ойошма. Өфөлә урынлашҡан (1917—23 йй. — Стәрлетамаҡ ҡ.). Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: дини ойошмалар һәм төркөмдәр м‑н адм. һәм ҡануни етәкселек итеү, уларҙың мосолман динен тотоуҙағы конституцион хоҡуҡтарын ғәмәлгә ашырыу; мосолмандарҙың рухи һәм дини белем алыуына етәкселек итеү, руханиҙар әҙерләү; ғибәҙәт ҡылыуҙар, дини форумдар үткәреү; диндарҙарға мосолман йолаларын башҡарыуҙа ярҙам күрһәтеү; ғибәҙәт йорттары төҙөү һәм уларҙы тотоу; дини әҙәбиәт сығарыу һәм таратыу һ.б.; хәйриә эшмәкәрлеге һәм хәйриә ойошмалары булдырыу; дини уҡыу йорттары һәм курстары асыу, дини белем алыуға булышлыҡ итеү һ.б. БР Д.н. юғары органы — БР мосолмандары руханиҙары съезы (5 йылға 1 тапҡыр саҡырыла); ойошма съездары араһында етәкселек пленум йыя, уға БР Д.н. президиумы ағзалары, имам‑мөхтәсибтәр, ревизия комиссияһы ағзалары инә. Рәсәй мосолмандары Диниә назаратының Юғары координация үҙәгенә инә. Башҡортостан мосолмандарының Баш Диниә назараты (Башҡ‑н мөфтиәте) булараҡ 3‑сө Бөтә башҡорт ҡоролтайында (1917 й. дек., Ырымбур ҡ.) башҡ. мосолман руханиҙарының Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандары Үҙәк Диниә назаратынан (ҡара: Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты) бойондороҡһоҙлоҡ алыу маҡсатында ойошторола. Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты Башҡ‑н мөфтиәтен танымай. 20‑се йй. башында Бөтә башҡ. мосолман съездарында Башҡ‑н мосолмандары Диниә назараты т‑да положение раҫлана, Уставы һ.б. ойоштороу документтары ҡабул ителә, мөфтөйҙәр һайлана. 1924 й. алып БАССР мосолмандары Үҙәк Диниә назараты, 1936 й. ябыла. Респ. мосолман руханиҙары ойоштороу съезында (Өфө, 1992 й. 21 авг.) БР Д.н. булараҡ яңынан ойошторола, Уставы ҡабул ителә (1999 й. алып яңы), мөфтөйҙән, уның 2 урынбаҫарынан һәм 2 ағзанан торған Президиум һайлана. БАССР мосолмандары Үҙәк Диниә назаратына 1926 й. — 700‑гә яҡын мосолман мәхәлләһе, ш. иҫ. ТАССР‑ҙың Арса кантоны (хәҙ. ТР‑ҙың Минзәлә р‑ны) биләмәһендәге — 9, 1935 й. 300 мәхәллә ҡарай. 1994 й. БР Д.н. ҡарамағында 17 мөхтәсибәт (200‑ҙән ашыу мосолман мәхәлләһенең эшмәкәрлеген көйләйҙәр), 6 мәҙрәсә [Ағиҙел, Баймаҡ, Белорет, Октябрьский, Өфө (2) ҡҡ.], 2011 й. — 36 мөхтәсибәт (583 мәхәллә, башлыса Ағиҙел, Баймаҡ, Дәүләкән, Сибай һәм Стәрлетамаҡ ҡҡ., Баймаҡ, Балаҡатай, Борай, Бөрйән, Ейәнсура, Ишембай, Йылайыр, Күгәрсен, Салауат, Стәрлебаш, Учалы, Хәйбулла р‑ндарында), Өфөлә “Ғәлиә” мәҙрәсәһе һәм Мәрйәм Солтанова ис. Ислам колледжы, Стәрлетамаҡта “Нур әл‑Иман” мәҙрәсәһе була. “Рисаләт” гәз. нәшер итә (ҡара: Мосолман ваҡытлы матбуғаты). Мөфтөйҙәре: С.Ғ.Мирасов (1917 й. алып), М.Х.Халиҡов (1921 й. алып), А.Заһитов (1923 й. алып), М.Ғатауллин (1924—36 йй.), М.М.Камалетдинов (1936), Н.М.Ниғмәтуллин (1992 й. алып).

Әҙәб.: Валеева М.Г. Из истории Центрального духовного управления мусульман Башкирской АССР //Духовное наследие этносов и проблемы национального возрождения. Уфа, 1994.

М.Ғ.Вәлиева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке