ВӘЛИЕВ Дамир Жәүәт улы (2.1.1940, Силәбе өлк. Этбай а. — 28.5.2002, Өфө, Силәбе өлк. Яңы Субыл а. ер‑ ләнгән), философ, йәмәғәт эшмәкәре. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), филос. ф. д‑ры (1984), проф. (1987). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1990). Свердловск юридик ин‑тын тамамлаған (1965). 1970 й. алып БДУ‑ла эшләй: 1985 й. — дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы һәм тарихы, 1986 й. башлап этика, эстетика һәм культурология каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1986—87 йй. тарих ф‑ты деканы. Фәнни тикшеренеүҙәре этикаға, Башҡортостанда йәмәғәтселек фекере тарихына, суверенитет һәм федерализм проблемаларына арналған. 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Урал” Башҡ. халыҡ үҙәген, Башҡортостан халыҡ партияһын төҙөү инициаторҙарының береһе.

Х е ҙ м.: Этика. Өфө, 2004; История башкирской философской и общественно‑политической мысли; основные тенденции развития. Уфа, 2001; Нравственная культура башкирского народа: прошлое и настоящее. Уфа, 2010.

 Ф.С.Фәйзуллин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика