ДИНИ БЕЛЕМ БИРЕҮ, дини хеҙмәт башҡарыу б‑са профессионалдарҙы, дини уҡыу йорттары уҡытыусыларын әҙерләү, ш. уҡ халыҡты дини ағартыу системаһы. Рәсәйҙә Д.б.б. системаһы юғары (дини академиялар, дини тәғлимәт ун‑ттары һәм ин‑ттары), урта (дини семинария, училище, колледж, мәҙрәсә, иешивалар һ.б.) һәм түбәнге (пасторлыҡ курстары, хедерҙар һ.б.) дини уҡыу йорттарынан тора. Халыҡты дини ағартыу йәкшәмбе мәктәптәрендә, ғибәҙәтханаларҙа ойошторолған түңәрәктәрҙә (киске йәки ял көндәрендәге), вәғәздәр һөйләгәндә, дини хеҙмәт башҡарғанда, киң мәғлүмәт саралары аша һ.б. тормошҡа ашырыла.

Мосолман Д.б.б. Башҡортостанда мосолман Д.б.б. системаһының барлыҡҡа килеүе төбәктә исламдың нығыныуына бәйле, һөҙөмтәлә башҡорттар араһында ғәрәп яҙмаһы тарала һәм улар Ҡөрьән м‑н Сөннә текстарын уҡырға өйрәнә. Болғар ҡ. һәм Волга буйы Болғарының башҡа ҡалаларында уҡыған башҡорттар т‑да шәжәрәләрҙә телгә алына. Ғәрәп географы Яҡут 13 б. башында Мысыр, Фарсы, Төркиә һ.б. илдәрҙең уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән башҡорттар м‑н осрашыуҙарын һүрәтләй. Ҡазан башҡорттар өсөн мосолман белеме алыу үҙәктәренең береһенә әйләнә. Тәүге мосолман мәктәптәре — мәктәп һәм мәҙрәсәләр — Башҡортостанда 17 б. 2‑се ярт. барлыҡҡа килә. Улар, нигеҙҙә, Шәреҡтәге мосолман ғәрәптәрҙең традицион Ҡөрьән мәктәптәренә оҡшаш була. Үҫеп килгән йәш быуынға дини тәрбиә биреү, руханиҙар һәм мөғәллимдәр әҙерләү мәктәптәрҙең төп бурысы була. Мәктәптәр мосолман руханиҙары ҡарамағында, 18 б. аҙағынан Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була. Башлыса мәсеттәрҙә, мулла йорттарында асыла, сөнки улар дини йолаларға ғына түгел, грамота һәм дин ҡанундарына ла өйрәтергә тейеш була. Мөҙәрис һәм мөғәллимдәр, ғәҙәттә, урындағы мәҙрәсәләрҙе тамамлағандар араһынан тәғәйенләнгән (1875 й. Өфө губернаһында — 86,7%). Шәкерттәр мәктәптәрҙә 5—7 йыл буйы ғәрәп телендә уҡырға һәм яҙырға өйрәнгән, ислам ҡануны м‑н танышҡан, бынан һуң улар мәҙрәсәгә инергә һәм дин тәғлимәтенең ҡатмарлыраҡ предметтарын (шәриғәт, ислам философияһы һ.б.) өйрәнергә мөмкинлек алған. Мәҙрәсәлә уҡыу курсы төрлө ҡатмарлылыҡтағы 10 баҫҡысҡа бүленгән; шәкерттәр, һәләт һәм теләктәренә ҡарап, уны 20 йыл эсендә үтә алған. Тулы курсты тамамлаусылар, Ырымбур мосолман диниә назаратына имтихан тапшырып, мәхәллә муллаһы дипломы һәм мөғәллимлек эшенә хоҡуҡ алған. 1865 й. Өфө губ. — 814 (20 б. башына 1579 мәктәп һәм яҡынса 40 мәҙрәсә), Ырымбур губернаһында 150 мәктәп һәм мәҙрәсә булған. Ҡыҙҙар м‑н, ғәҙәттә, үҙенең өйөндә абыстай (мулла ҡатыны) шөғөлләнгән, билдәле бер хаҡҡа уларҙы мосолман дине, ғәрәп һәм иҫке төрки грамотаһы нигеҙҙәренә, ш. уҡ хисап эшенә өйрәткән. 1867 й. Бөрө өйәҙенең ике улусында — 26, 1875 й. Минзәлә өйәҙендә 50 ҡатын‑ҡыҙ йорт-мәктәбе эшләй. 19 б. 2‑се ярт. тиклем мосолман белеме биреүҙең берҙәм системаһы, уҡытыу йөкмәткеһе, методикаһы һәм мөҙҙәтенә дөйөм талаптар, мосолман мәктәптәренең рәсми раҫланған программаһы һәм уставтары булмаған, һәр бер мөғәллим уларҙы үҙе төҙөгән, уларға Урта Азияның схоластик белем биреү традицияларына таяныу хас булған. 19 б. 90‑сы йй. Йәдитселек идеялары йоғонтоһонда иҫке ысул м‑н уҡытҡан мосолман уҡыу йорттарында реформалар башланған. Ҡәҙимселек яҡлылар реформаларға ҡаршы сыҡҡан, яңылыҡтарҙы ислам диненә һәм мосолмандарҙың әхлағына хәүефле һанаған. Ҡарғалы мәҙрәсәһе, Миҙиәк мәҙрәсәһе һ.б. иҫке ысуллы булып ҡалған.

Шуға ҡарамаҫтан, 20 б. башына яңы ысуллы мәктәптәр һаны, ш. иҫ. ҡатын‑ҡыҙҙарҙыҡы ла, күбәйә бара. Стәрлетамаҡ өйәҙенең Ҡуғанаҡбаш а. мәҙрәсәһендә, Балыҡлы ауылы мәҙрәсәһендә һ.б. уҡытыу яңы ысул б‑са алып барыла. “Ғәлиә”, “Ғосмания”, “Рәсүлиә”, “Хөсәйениә”, “Мөхәмәҙиә” һәм “Ҡасимиә” (икеһе лә — Ҡазан) мәҙрәсәләре йәдитселек уҡыу йорттарының иң ҙурҙары һәм билдәлеләре була. Мөғәллимдәр әҙерләү өсөн ҡыҫҡа мөҙҙәтле (2 айлыҡ) пед. курстар эшләй. Ырымбурҙа 1897—98 йй. — ир‑егеттәр, 1898 й. ҡатын-ҡыҙҙар өсөн, 1899 й. — Бәләбәй өйәҙенең Түбәнге Ҡарғалы а. (хәҙ. Благовар р‑ны) ир‑егеттәр өсөн курстар эшләй башлай. Мөғәллимдәр әҙерләүҙә ир‑егет һәм ҡатын‑ҡыҙ уҡытыусылар семинариялары ҙур әһәмиәткә эйә була. 1916 й. Мосолман ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы тарафынан яңы ысуллы 5 ҡатын‑ҡыҙҙар мәктәбе асыла, уны уңышлы тамамлаусылар мосолман ҡатын‑ҡыҙҙар башланғыс мәктәптәренә мөғәллимә итеп йүнәлтелә. 1913 й. Өфө губ. 579 мәктәп һәм 32 мәҙрәсә була, шуларҙан 68% — ир‑егеттәрҙеке, 22% — ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы һәм яҡынса 10%‑ы ҡатнаш була; яҡынса 91 мең уҡыусы, ш. иҫ. 72 меңдән ашыу малай һәм 18 мең ҡыҙ, рәсми теркәлә. Йортта уҡытыу ҙа, айырыуса ауыл ерендә, киң таралыу таба: 1914 й. Өфө губ. йортта уҡытыу алып барылған 1045, ш. иҫ. 98 — ир‑егеттәр, 605 — ҡатын-ҡыҙҙар, 342 ҡатнаш пункт теркәлә. Революциянан (1917) һуң дөйөм белем биреү программаларынан дин дәрестәрен ҡыҫырыҡлауға йүнәлеш алына. 20‑се йй. мәктәп һәм мәҙрәсәләрҙең күпселеге ябыла, ҡалғандары берҙәм хеҙмәт йәки милли совет мәктәптәренә әйләндерелә. 1919—20 уҡыу йылында Өфө губ. 91 мәҙрәсә һәм 250 мәктәп 1‑се баҫҡыс мәктәп итеп үҙгәртелә. РСФСР ХКС‑ының 1918 й. 23 ғин. “Сиркәүҙе дәүләттән һәм мәктәпте сиркәүҙән айырыу тураһында” Декретын Бәләкәй Башҡортостанда тормошҡа ашырыу халыҡтың көслө ҡаршылығына осрай. Шуға бәйле, ваҡытлыса сара булараҡ, ғәҙәти дәрестәрҙән һуң бер сәғәт дин дәресе рөхсәт ителә. БашҮБК һәм БАССР Эске эштәр ХК инструкцияларына (1924) ярашлы, дин дәрестәре тик мәсеттәрҙә генә уҡытылырға тейеш була, дәрестәргә 14 йәше тулғандар ғына йөрөй ала; уҡытыу өсөн бөтә сығымдарҙы уҡыусыларҙың ата‑әсәһе түләй. Дәрес программалары Мосолман диниә назараты тарафынан Мәғариф ХК һәм Эске эштәр ХК күҙәтеүе аҫтында ғына төҙөлә, совет мәктәптәрендә дин дәрестәрен үткәргән өсөн енәйәт яуаплылығы ҡарала. 1925—26 йй. РСФСР мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты (ҡара: Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты) етәкселеге, йәшкә, уҡытыу ваҡытына һәм урынына ҡарамаҫтан, дини белем биреү иркен тәьмин итеү, мәктәптәрҙә дингә ҡаршы пропаганданы (ҡара: Атеизм) туҡтатыу, lдин әһелдәренең балаларын, башҡа граждандар кеүек үк, дәүләт уҡыу йорттарына ҡабул итеү, дини учреждениеларҙың биналарын һәм мөлкәтен национализациялауҙы тыйыу талаптарын ҡуйып, властарға мөрәжәғәт итә. 1930 й. аҙағына БАССР-ҙа мосолман уҡыу йорттары йәшәүҙән туҡтай. 20 б. 90‑сы йй. башына тиклем СССР‑ҙа мосолман дини белемен тик Үзбәк ССР‑ындағы Мир‑Ғәрәп (Бохара ҡ.) мәҙрәсәһендә һәм Әл‑Бохари ис. Ислам ин‑тында (Ташкент ҡ.) алырға була. Мир-Ғәрәптә БАССР‑ҙан 1979 й. — 1 кеше, 1981 – 2, 1985 й. 5 кеше уҡый. Мосолман Д.б.б. тергеҙеү 90‑сы йй. башлана; Фәхретдинов Р. исемендәге мәҙрәсә Рәсәйҙә руханиҙар әҙерләүсе тәүге уҡыу йорто була, уның нигеҙендә Рәсәй ислам университеты асыла. 1989—2005 йй. был уҡыу йорттарында 408 мосолман теологы һәм уҡытыусыһы әҙерләнә. 20 б. 90‑сы йй. аҙағында Ағиҙел, Баймаҡ, Белорет, Октябрьский, Сибай һ.б. ҡҡ. БР Диниә назараты тарафынан асылған мәҙрәсәләр эшләй. Өфөләге “Ғәлиә” мәҙрәсәһе (ҡатын‑ҡыҙ һәм ир‑егет төркөмдәре) һәм Мәрйәм Солтанова ис. Ислам колледжы (ир‑егеттәр), Стәрлетамаҡ ҡ. “Нур әл‑Иман” мәҙрәсәһе (ҡатын‑ҡыҙ һәм ир‑егет) БР Диниә назараты ҡарамағында була. Урындағы мәҙрәсәләрҙе тамамлаусылар Рәсәй һәм сит илдәрҙәге дини уҡыу йорттарында белем ала. Респ. ҡала һәм райондарындағы йәмиғ мәсеттәрендә ислам нигеҙҙәрен һәм ғәрәп телен өйрәнеү б‑са көндөҙгө һәм киске төркөмдәр асыла (Баймаҡ йәмиғ мәсетендә, Дәүләкән йәмиғ мәсетендә һ.б.).

Православие Д.б.б. 18 б. 1‑се сирегенә тиклем Көньяҡ Уралда православие диненең махсус уҡыу йорттары булмай. Руханиҙар “практик уҡытыу мәктәбен” тәжрибәле рухани йәки архиерей йортоноң иеромонахында үткән. Өфөлә Д.б.б. үҙәге Христос Раштыуаһы һәм Успение ир-егеттәр монастырҙары була: уларҙа Алла Ҡануны, латин һәм грек телдәре, уҡыу һәм матур яҙыу, сиркәү йыры уҡытыла, ябайлаштырып Библия өйрәтелә, уҡыусылар вәғәз төҙөү методикаһы м‑н таныша. 1721 й. алып, Дини регламентҡа ярашлы, идара итеүсе архиерейҙар кафедралары эргәһендә мәктәптәр эшләй башлай, 1730 й. башлап улар дини семинариялар итеп үҙгәртелә. Өфө провинцияһының православие ведомстволары ҡараған Ҡазан епархияһында бындай мәктәп 1723 й. (1733 й. – семинария) асыла. 1718 й. алып төбәктең православие руханиҙары Далмат Успение ирҙәр монастырындағы дини училищела проф. белем ала. 1800 й. Өфө дини семинарияһы, 1884 й. Ырымбур дини семинарияһы асыла. 1818 й. Өфө семинарияһынан Ир балалар дини училищеһы айырылып сыға; һуңынан Силәбе (1830), Бөгөлмә (1831), Ырымбур (1860) ҡҡ. дини училищелар асыла. 1859 й. Уральск ҡ. диндәш сиркәүҙәр (ҡара: Диндәшлек) өсөн сиркәү хеҙмәтселәрен әҙерләүсе училище асыла. 1862 й. Өфөлә Епархия ҡыҙ балалар училищеһы асыла. 1836 й. император Николай I бойороғо б‑са һәм Изге Синод тарафынан “Торамаларҙағы балаларға руханиҙар тарафынан башланғыс белем биреү тураһында” ҡағиҙәләр (1836) ҡабул ителгәндән һуң, төбәктә сиркәү һәм монастырҙар эргәһендә мәктәптәр асыла башлай. 1844 й. башлап дини уҡыу йорттары системаһына сиркәү-мәхәллә мәктәптәре лә индерелә. Ырымбур өлк. 1845 й. — 9, 1860 й. 53 (1020 уҡыусы) була. Дини уҡыу йорттарында башлыса рухани балалары уҡый (семинарияла 98% һәм училищеларҙа 92%‑ҡа тиклем). Өфө епархия училище советының 1901 й. 22 февр. ҡарары б‑са сиркәү-мәхәллә мәктәптәренә ҡатын‑ҡыҙ уҡытыусылар әҙерләүсе пед. курстар ойошторола. 1917 й. бөтә дини уҡыу йорттары Рәсәй Мәғариф ХК ҡарамағына тапшырыла, 1918 й. февр. бөтә диндәрҙең ҡанун уҡытыусылары вазифалары юҡҡа сығарыла, сент. Мәғариф буйынса дәүләт комиссияһы ҡарары б‑са элекке дини уҡыу йорттарының биналары бөтә мөлкәте м‑н дәүләт милке тип иғлан ителә. 1919 й. бөтә православие дини уҡыу йорттары ябыла. 1995—2008 йй. Православие Изге Тихон гуманитар университетының Өфө дистанциялы уҡытыу үҙәге эшләй, унда Өфө епархияһы руханиҙары, сиркәү хеҙмәтселәре һәм уларҙың ғаилә ағзалары уҡый. Унда 200‑ҙән ашыу теолог, дин белгесе һәм дини уҡыу йорто педагогы әҙерләнә. 20 б. 90‑сы йй. аҙағынан Өфө епархияһының православие ҡорамдарында йәкшәмбе мәхәллә мәктәптәре эшләй, уларҙа Алла Ҡануны, Иҫке һәм Яңы Ғәһет тарихы, Изгеләрҙең тормош юлы, сиркәү-славян теле, сиркәү йыры уҡытыла. 1995 й. — 79, 2000 й. — 96, 2006 й. 116 мәктәп иҫәпләнә. 20 б. 90‑сы йй. уртаһынан БР терр‑яһында башҡа христиан йүнәлештәре һәм ағымдарының (ҡара: Христианлыҡ) үҙ Сиркәүе нигеҙҙәрен өйрәнеү б‑са мәктәптәр һәм курстар асыла башлай.

Әҙәб.: Әминев Т.М. Дореволюционная Уфа как центр профессионального образования. Уфа, 2004.

Т.М.Әминев, М.Ғ.Вәлиева, Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.