ДОРОЖКИН Юрий Николаевич (13.4.1948, Поставы ҡ.), философ, социолог. Филос. ф. д-ры (1994), проф. (1995). БР-ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (1998). МДУ‑ны тамамлаған (1971). 1974 й. алып ӨДНТУ уҡытыусыһы, 1989 й. — политология һәм социология, 1997 й. — политология, социология һәм йәмәғәтселек м-н бәйләнеш каф. мөдире, 2008 й. — Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. фәнни эштәр б-са проректоры. Фәнни тикшеренеүҙәре Рәсәй федерализмы, БР‑ҙың сәйәси-дәүләт үҙаллылығы, Рәсәйҙең нефть-газ комплексы м‑н соц. идара итеү һ.б. проблемаларға арналған. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Политическая оппозиция в постсоветской России. Уфа, 2007 (авторҙ.); Связи с общественностью муниципальной власти в условиях реформирования системы местного самоуправления Республики Башкортостан. Уфа, 2008 (авторҙ.); Региональные средства массовой информации в политико-коммуникационной системе современного российского общества (на примере Республики Башкортостан). Уфа,  2009 (авторҙ.).

Ә.Ә.Әхмәҙиев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.