ВӘЛИТОВ Октябрь Кәли улы [25.10. 1934, БАССР‑ҙың Мораҡ р‑ны Күгәрсен а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны)], философ, журналист. Тарих ф. канд. (1969), филос. ф. д‑ры (2000), проф. (2002). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2004), БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1984), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2009). Журналистар союзы ағзаһы (1959). БДУ‑ны (1962), КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен (Мәскәү, 1968) тамамлаған. 1962 й. алып ВЛКСМ‑дың Башҡ‑н өлкә ком‑тында, 1968 й. — КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑тында эшләй, 1980 й. — БАССР МС эргәһендәге Матбуғатта дәүләт серҙәрен һаҡлау идаралығы, 1992 й. — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары иркен һаҡлау б‑са дәүләт инспекцияһы начальнигы. 1996 й. башлап БДУ‑ла эшләй: редакция‑нәшриәт үҙәге дир., бер үк ваҡытта уҡыта, 2000 й. — Нефтекама филиалы директоры. Фәнни тикшеренеүҙәре киң мәғлүмәт сараларының хоҡуҡи һәм соц.‑филос. мәсьәләләренә арналған. 150‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. З.Биишева ис. пр. лауреаты (2008). “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. м‑н бүләкләнгән (2009).

Х е ҙ м.: Информация в жизни общества. Уфа, 1996; Правовое регулирование свободы средств массовой информации. Уфа, 1999; Социально‑философский анализ проблемы свободы средств массовой информации (СМИ) в современных условиях. Уфа, 2009.

 

Д.Ә.Нуриев

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика