ДИОНИСИЙ II (донъяуи исеме Прозоровский Дмитрий Дмитриевич; 6.8. 1871, Һамар губ. Боғорослан өйәҙе Суҡ‑Ҡарамалы биҫтәһе, хәҙ. Ырымбур өлк. ш. уҡ исемле районы Северный а., — 25.10.1937, Томск ҡ.), дин әһеле, Өфө һәм Дәүләкән архиепискобы (1934—36). Дини тәғлимәт канд. (1898). Архиепископ (1926), архимандрит (1901). Монахлыҡ ҡабул иткән (1894). С.‑Петербург дини акад. тамамлағандан һуң (1898) Рига дини семинарияһында уҡыта, 1900 й. алып Благовещен дини семинарияһы инспекторы, 1901 й. башлап ректоры, 1907 й. алып Якутск дини семинарияһы ректоры. 1904 й. башлап Әстерхан Иоанн Предтеча монастыры настоятеле, 1905 й. алып Александр Невский лавраһында була, 1910 й. — Архангельск дини уч‑щеһы күҙәтсеһе. 1912—36 йй. Мәскәү патриархияһы епархияларында епископ, архиепископ. Обновленецтарға ҡаршы әүҙем көрәшә. Өфө епархияһы етәксеһе вазифаһында православие ҡорамдары ябылыуға ҡаршы сығыш яһай. 3‑сө (1913) һәм 4‑се (1908) дәрәжә Изге Владимир, 2‑се дәрәжә Изге Анна (1902) орд. м‑н бүләкләнгән. Бер нисә тапҡыр репрессиялана, 1922—25 йй. һәм 1936—37 йй. төрмәлә була. 1937 й. атыла. 1989 й. (1937 й. эше б‑са), 1996 й. (1936 й. эше б‑са), 1998 й. (1922—23 йй. эше б‑са) аҡлана.

Н.П.Зимина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке