АҒЫУЛЫ ХАЙУАНДАР, башҡа төр заттарҙы ағыуларға һәләтле матдәләргә эйә булған организмдар. А.х. яҡынса 5000 төрө билдәле, ағыулылыҡ кимәле хайуандың йәшенә, енесенә, туҡланыу характерына һ.б. бәйле. Эволюцион алға киткән ағыулылыҡ беренсел А.х. (зоотоксиндар бүлеп сығаралар), ябайы — икенсел А.х. (экзоген ағыуҙар) хас. Беренсел А.х. араһында әүҙем (ағыулаусы матдәләр ағыулы биҙҙәрҙә урынлашҡан) һәм пассив (махсуслашмаған туҡымаларҙа һәм ағзаларҙа) ағыулы төрҙәрҙе айыралар. Ҡораллы А.х. сығарыу юлы һәм яралаусы ҡулайламаһы булған ағыулы биҙ (инфузорияларҙа трихоцистар, эсәк ҡыуышлыларҙа саҡҡыс күҙәнәктәр, яры ҡанатлыларҙа ҡаяу һ.б.) бар, ҡоралһыҙ А.х. токсиндар тире өҫтөнә бүленеп сыға (ҡайһы бер ер-һыу хайуандары). Махсуслашҡан ағыулы биҙҙәре булмаған күп пассив А.х. (амфибиялар, бөжәктәр һ.б.) ағыуы уларҙы башҡа хайуандар ашаған осраҡта тәьҫир итә. Шулай уҡ хужалары өсөн эндопаразиттар ағыулы. Организмға эләккән осраҡта токсиндар йөрәк, тын алыу үҙәге параличына, анафилактик шокка, бөйөрҙәр шешеүенә килтереүе мөмкин. А.х. үҫемлектәрҙе һеркәләндерә (бал ҡорттары, иңкештәр), ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостарының һанын көйләй, ҡиммәтле биологик актив матдәләр сығанағы (йыландар, бал ҡорттары) иҫәпләнә. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына оҫта ҡорт, баҡыр йылан, башҡорт бал ҡорто, бесәй күҙле әрмәнде, дала ҡара йыланы, таңҡа иңкеш, уһылдаҡ тәлмәрйен, әрмән иңкеше һ.б. индерелгән.

В.Ф.Хәбибуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке