ДИОНИСИЙ I (донъяуи исеме Хитров Дмитрий Васильевич; 22.10.1818, Рязань губ. Хитрово а. — 8.9.1896, Покров монастыры, Мәскәү), дин әһеле, Өфө һәм Минзәлә епискобы (1883—96). Монахлыҡ ҡабул иткән (1868). Рязань дини семинарияһын тамамлағандан һуң (1840) Якутск епархияһында хеҙмәт итә: дини уҡыу йорттары уҡытыусыһы, 1868 й. алып викар епископ, 1870 й. — Якутск һәм Вилюйск епискобы. 1851 й. Изге Синод тарафынан уға миссионер дәрәжәһе бирелә. Өфө епархияһы етәксеһе посында старообрядсылыҡҡа ҡаршы көрәшә, төбәктә әүҙем христианлаштырыу сәйәсәтен үткәрә. Өфөлә епархия китапханаһы ойоштора (1886), Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Прасковьино‑Васильевка а. Богородица Покровы хөрмәтенә ҡатынҡыҙҙар йәмғиәтенә нигеҙ һала (1893). Клобукка тағыла торған бриллиант тәре м‑н бүләкләнгән (1891).

Әҙәб.: Златоверховников И.Е. Уфимская епархия. Уфа, 1899; Барсуков И.П. Памяти Дионисия, епископа Якутского и Вилюйского, а затем Уфимского и Мензелинского. СПб., 1902.

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.