ДИНИ СИМВОЛИКА, үҫешкән дини системаларға хас төрлө абстракт төшөнсәләрҙе, концепцияларҙы сағылдырыу өсөн ҡулланылған символдар тупланмаһы. Төрлө диндәрҙең изге текстарында була. Д.с. ритуал характерындағы матди, һүҙ ярҙамында белдерелгән, һүрәтләнгән билдәләрҙе индерәләр. Диндең башланғыс формаларында (ҡара: Анимизм, Тотемизм, Фетишизм) ғәҙәти булмаған һәр төрлө предмет бер үк ваҡытта рух, уның урыны һәм символы (ҡара: Тылсым, Һаҡлағыс) була алған. Дин системаларының үҫеше, милли, донъя диндәре барлыҡҡа килеү м‑н, Д.с. үҙгәрә, уның төп маҡсаты — сит‑яттарҙан тәғлимәттең дини мәғәнәһен йәшереү. Буддизмда триратна (буддизмдағы Троица — Будда, тәғлимәт, ҡәүем), чакра (8 арасалы тәгәрмәс) һ.б. м‑н күрһәтелә. Христианлыҡта төшөнсәле символдар (дәжжәл, олғашыу, суҡындырыу, причащение, Троица) һәм образлы символдар (шарап, икмәк, йондоҙҙар, икона, кадило, просфора, шәм һ.б.) ҡулланыла. Алланың өсберлеге т‑дағы тәғлимәт символдар м‑н шифрланған: күҙ (Алла-атай), бәрәс (Иисус Христос), күгәрсен (Изге Рух). Христианлыҡта төп символ — тәре (Иисус Христостың ғазаптарын аңлата). Исламда Д.с. мосолман архитектураһы үҫешенә бәйле тарала: мәсеттең көмбәҙе — камил матурлыҡ (“жамал”), манаралары — бөйөклөк (“жалал”), уның тышҡы стеналарындағы яҙмалар илаһи исемдең (“сифат”) символы. Ритуалдар (ҡара: Намаҙ, Хаж) символик мәғәнәгә эйә, Ҡөрьән һәм хәҙистәр (ҡара: Сөннә) символ булып тора. Исламдың кеше һәм хайуан һүрәтен төшөрөүҙе тыйыуы төҫтәр символизмының үҫешенә килтерә. Алла тәғлимәтенең мәңге “сәскә атыуы” символы булып иҫәпләнгән йәшел төҫ абруйлы һәм изге һанала. Д.с. төҫлө орнаменттарҙа, келәм биҙәктәрендә ҡулланыла, мосолмандарҙың фанилыҡтағы һәм баҡыйлыҡтағы тормошон сағылдыра. Төп символ — йондоҙ м‑н ярым ай (Хоҙай рәхмәтен, бәрәкәтте, яңынан тыуыуҙы, ожмахты аңлата).

Д.Ю.Васильев, Е.Ю.Рудкевич

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018