ВӘЛИДОВТАР, дин әһелдәре. Әхмәтйән В. [1828, Ырымбур губ. Стәрлетамаҡ өйәҙенең Юрматы улусы (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) Көҙән а. – 1867, шунда уҡ], имам‑хатип, мөҙәрис. Көҙән мәсетендә хеҙмәт итә һәм мәҙрәсә аса. Мөхәмәтвәли В., Ә х  м ә т в ә л и В., В ә л и м у л л а (1845, Көҙән – 1915, шунда уҡ), мулла, мөҙәрис. Бохара ҡ. мәҙрәсә тамамлаған. Башҡорт ғәскәрендәге хеҙмәтенән һуң 1867 й. алып Көҙәндә 1‑се йәмиғ мәсете хатибы. Ағаһы Әхмәтйәндең, һуңынан туғаны Әхмәт шаның мәҙрәсәһендә уҡыта. Фарсы, ғәрәп һәм урыҫ телдәрен белгән. Әхмәтша Әхмәтйән улы В., Ә х  м ә т ш а һ Ә х м ә т й ә н у л ы В. (19.7.1860, Көҙән — 20.7.1937, Өфө), имам‑хатип, мөҙәрис. Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң Көҙәндәге 2‑се йәмиғ мәсетендә хеҙмәт итә. 19 б. 90‑сы йй. башында мәсет эргәһендә мәҙрәсә аса, унда яҡынса 200 бала уҡытыла. 20 б. башына мәҙрәсәлә донъяуи фәндәр, уҡытыуҙың яңы ысулдары (ҡара: Йәдитселек) индерелә башлай. Нәҡшбәндиә тәриҡәте ағзаһы була, суфый дин белгестәре әл‑Ғазали, И.М.Гаспринский, З.Х.Рәсүлев, Р.Ф.Фәхретдинов ҡараштары яҡлы була. Репрессиялана (1937), атыла. 1960 й. аҡлана. Уның ҡатыны Өммөлхаят Мөхәмәткафи ҡыҙы [1873, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Үтәк а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны) — 1946, Көҙән], мөғәллимә. Х.Һатлыҡовтың һеңлеһе. Тыуған ауылында мәҙрәсә тамамлай. Иренең мәҙрәсәһендәге ҡыҙҙар класында уҡыта. Ғәрәп, төрки һәм фарсы телдәрен белә. Вариҫтары араһында К.А.Вәлиев, Ә.Ә.Вәлидов, И.Туған, С.Туған.

Әҙәб.: Х ө с ә й е н о в Ғ. Әхмәтзәки Вәлиди Туған: тарихи‑биографик кит. Өфө, 2000; В а л и д и Т о г а н З. Воспоминания. Борьба народов Туркестана и других восточных мусульман‑тюрков за национальное бытие и сохранение культуры. В 2 кн. Кн. 1. Уфа, 1994.

 

Р.Н.Ҡотошов, Ғ.Б.Хөсәйенов, К.Ф.Шәйәхмәтов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика