ВАЛЕНТИН (донъяуи исеме Мищук Тимофей Адамович; 14.10.1940, Брест ҡ.), дин әһеле, Өфө һәм Стәрлетамаҡ епискобы (1976—79). Дини тәғлимәт канд. (1970). Митрополит (2004), архиепископ (1988), архимандрит (1976). Монахлыҡ ҡабул иткән (1969). Мәскәү дини акад. тамамлаған (1970). 1972 й. алып Мәскәү дини акад. уҡытыусы, инспектор ярҙамсыһы. 1979 й. башлап Мәскәү патриархының Антиохия патриархы (Дамаск) эргәһендәге вәкиле, викар епискобы, 1985 й. — Мәскәү патриархияһы епархияларында епископ, архиепископ. 1995 й. ялға сыға. 1999 й. алып Ырымбур епархияһына, бер үк ваҡытта 2011 й. башлап Ырымбур митрополияһына идара итә. Дуҫлыҡ орд. (2010), 2-се дәрәжә преподобный Сергий Радонежский (1983), 2-се дәрәжә изге благоверный Мәскәү кенәзе Даниил (2000), 3-сө дәрәжә преподобный Серафим Саровский (2006), изге апостолдар Пётр һәм Павел (1985, Антиохия православие сиркәүе) орд. һ.б. м‑н бүләкләнгән.

 Н.П.Зимина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика