ДИАНАТ”, иллюстрациялы мосолман журналы. БАССР мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты (ҡара: Диниә назараты) органы. 1926—28 йй. Өфөлә төрки телендә (айырым документтар — урыҫ телендә) нәшер ителә. Мәскәү, Одесса, Өфө ҡҡ. типографияларында баҫыла. “Д.” дин тәғлимәте б‑са мәҡәләләр һәм дини өгөт-нәсихәтле материалдар, мосолмандарҙың Үҙәк Диниә назараты мәхәлләләре һаны т‑да мәғлүмәттәр, имам-хатип һәм мәзиндәр исемлектәре, ҡануниәт һәм күрһәтмә биреү документтары һ.б. баҫылып сыға. Журнал м‑н М.М.Камалетдинов, Ғ.Ҡапҡаев, Ғ.Х.Ханисламов, БАССР мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты ҡазыйы Х.Юлдашев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Баш мөхәррире – М.Ғатауллин.

А.Б.Юнысова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018